суббота, 8 февраля 2014 г.

Сочи Олимпиадаһы: “субтропик, компактлы.”


Сочиҙа XXII ҡышҡы Олимпия уйындары асылды. Фишт стадионындағы сағыу һәм ғәйәт ҙур тантанала 3000 артист, 2000 волонтер ҡатнашты. Илдең именлеген, асыҡлығын, киң күңеллелеген күрһәтергә тейешле Олимпиаданы ойоштороуға Рәсәй аҡса йәлләмәне. Уйындарға әҙерлек барышында именлек мәсьәләләре генә хәүеф тыуҙырҙы. Бәлиғ булмағандар араһында гей-пропаганданы тыйыусы закон да тәнҡит утына дусар булды.
Олимпиаданы асыу тантанаһына Рәсәй президенты Владимир Путин һәм премьер Дмитрий Медведев килде. Абруйлы ҡунаҡтар араһында- Халыҡ-ара Олимпия комитеты вәкилдәре һәм уның президенты Томас Бах, тиҫтәләрсә сит илдәрҙең дәүләт башлыҡтары, шулай уҡ БМО-ның һәм Европа Советының генераль сәркәтибе.
-Ҡышҡы Олимпия уйындары баш ҡалаһынан беҙгә хәбәрсебеҙ Денис Локтев ҡушыла.
Барыбыҙ ҙа Олимпиадаға әҙерлек барышын күҙәтеп торҙоҡ. Уны ойоштороуға ғәләмәт ҙур сумма сарыф ителде. Бөйөк тырышлыҡтар һөҙөмтәһе ниндәй тәьҫир ҡалдыра? Байрам атмосфераһы һиҙеләме? Был Олимпиадала башҡаларында булмаған нәмәләр бар?
-Һуҙылып ултырған был ҡалала һәр нәмәлә байрам кәйефе һиҙелә. Сочи Ҡара диңгеҙ яры буйында урынлашҡан (Ысынында ул бер нисә айырым райондан тора), спорт ярыштары ла Олимпия паркының һәм тауҙар кластерының бик компактлы районында тупланған.
Был ифрат компактлы Олимпиада- башҡаларынан иң төп айырмаһы шунда. Бәләкәй территорияны контролдә тотоу еңел, төп байрам саралары тап ошонда.
Йәнә бер айырма- ҡала урамдарында полициянан ғына түгел, казактарҙан торған патрулдәрҙе  күрергә мөмкин. Казактар- Рәсәйҙең көньяғына хас айырым бер үҙенсәлек. Күреүебеҙсә, улар хәҙер Олимпия уйындарының именлеген тәьмин итә.
-Рәсәйҙең көньяғындағы теракттар арҡаһында, именлек мәсьәләһе, ысынлап та, мөһим темаға әйләнде. Сочиҙың үҙендә ниндәйҙер хәүеф һиҙелмәйме? Ҡала режим оъектына оҡшамаймы һәм был урындағы халыҡтың, ҡунаҡтарҙың, журналистарҙың тормошон ҡатмарландырмаймы?
-Дөрөҫөн әйткәндә, именлек саралары масштаблы һәм һиҙелерлек булыр, тип уйлағайным. Әммә ошо көндәрҙә беҙ Сочиҙа ниндәйҙер иҫ китмәле хәүефһеҙлек сараларын күрмәнек. Дөрөҫ, юлдарҙа патрулдәр бар(бигерәк тә Олимпия утын күтәреп үткән Сочи урамдарында), транспорт үҙәктәре контролдә, сөнки Рәсәй территорияһында теракттар йыш ҡына йәмәғәт транспортында ойошторола.
Шунан башҡа именлек саралары күҙгә ташланмай. Бәлки, беҙ урамда күргән нәмәләр- айсбергтың өҫкө өлөшө генәлер. Рәсәй властары яҡшы аңлай: Олимпиадаға килгән ҡунаҡтар үҙҙәрен террористарға ҡаршы операция зонаһына эләккәндәй тойорға тейеш түгел, юғиһә был Уйындарҙан алған тәьҫоратты боҙор ине.
-Һауа торошо хаҡында ла бер нисә һүҙ... Ҡышҡы Олимпия уйындары тәүге тапҡыр субтропиктарҙа уҙғарыла. Ҡышҡы уйындар бик үк ҡышҡы һымаҡ килеп сыҡмаҫ тигән хәүеф бар ине. Ысынында хәлдәр нисек?
-Әлбиттә, Сочиҙы белмәгән кеше өсөн был сәйер тойолор ине. Сочи- диңгеҙ курорты. Ҡала рәхәтләнеп ҡыҙынырға, пляжда ятырға, Ҡара диңгеҙҙә һыу инергә мөмкин булған урын булараҡ билдәле.
Шуға ҡарамаҫтан Олимпиада проблемаһыҙ үтә. Ярыштар үтәсәк тау битләүҙәрендә апарыу һалҡын, спортсылар әйтеүенсә, ҡарҙың сифаты иҫ киткес шәп.
Бында аҫта, һауа температураһы 10-12 градусҡа еткән диңгеҙ буйында ҡояшлы, көндөҙ хатта эҫерәк тә булып китә, ә япмалы ареналарҙа ярыштар өсөн кәрәкле булған һауа температураһы һаҡлана. Шул рәүешле йылы Сочи һауаһы Уйындарҙы комфорт менән үткәрергә мөмкинлек бирә.
Денис Локтев, ҡышҡы Олимпиада баш ҡалаһы Сочиҙан. Рәхмәт.


Комментариев нет:

Отправить комментарий