пятница, 14 февраля 2014 г.

Бельгия: парламент балалар эвтаназияһы хаҡындағы закон ҡабул итте.


Бельгия үлем хәлендәге балалар өсөн эвтаназия рөхсәт иткән тәүге ил булды, йәш буйынса сикләүҙәр юҡ.  Декабрҙә Сенат хуплаған закон проектын кесаҙна парламенттың түбәнге палатаһы ла раҫланы. Хәҙер документҡа король ҡултамғаһын ҡуйырға тейеш.

Брюсселдән Евроньюс хәбәрсеһе Джеймс Фрейни ентекләберәк һөйләй:

“Яңы законда әйтелеүенсә, үтенес яҙыуын биргәндә, балалар аңында булырға һәм үҙ ҡарарының эҙемтәләрен аңларға тейеш. Һүҙ медиктар үлем алдында тора тип иҫәпләгән пациенттар тураһында бара. Врачтарҙың ауырыу хаҡындағы һығымтаһы, психиаторҙарҙың һәм ата-әсәләрҙең ризалығы кәрәк буласаҡ.”

Социалистар сенаторы Филипп Мау һөйләй:

 “Былар барыһы ла үлемесле сиргә тарыған йәш пациенттарға ҡарата аҙағынаса гуманлы булырға мөмкинлек бирәсәк.”

Бельгия парламентының түбәнге палатаһында, 88 депутат законды хупланы, 12-һе өндәшмәй ҡалды, 44-е ҡаршы булды. Һуңғыларының үҙ аргументы бар. Христиан демократтар лидеры Кэтрин Фонк бына нимә ти:
“Бәләкәй пациенттар әле аҡты-ҡараны айыра белмәй, хатта үҫмерҙәргә лә, ошо йәштәге балаларҙы тикшергән психиатрҙар әйтеүенсә, бер киткәс кире ҡайтыу юҡ тигәнде аңлау бик ҡыйын.”
18 йәштән оло үлемесле ауырыу менән ауырығандар (ә быны Аллаһ ҡына белә)  өсөн эвтаназия Бельгияла 2002 йылда рөхсәт ителгәйне.



Комментариев нет:

Отправить комментарий