Кесаҙна иртән Темза
йылғаһы үҙәндәре һыу эсендә ине. Шаршамбы кис Англия һәм Уэльсҡа ябырылған
тәбиғәт ҡазаһы бер кешенең ғүмерен өҙҙө- 70 йәшлек ҡарт, электр тапшырыу
линияһына ауған ағасты алып ташларға тырышҡанда, токка һуғылған.
Шаршамбы кис быйылғы
ҡышта тәүге тапҡыр Британия метеохеҙмәте “ҡыҙыл”шторм киҫәтеүен иғлан итте, был
иһә кешеләрҙең ғүмеренә хәүеф янай һәм етди емереклектәр булыуы ихтимал тигән
һүҙ.
Джонатан Свифт,
Рейсбери ауылы кешеһе:
“Һыу бик тиҙ күтәрелде. Иртәнге дүрттәрҙә
уянғанда, бөтә ер һыу эсендә ине.”
Бер нисә графлыҡта
көслө һыу баҫыу ҡурҡынысы хаҡындағы 16 киҫәтеү үҙ көсөндә ҡала. Урындағы халыҡ
шәхси йорттарҙан яҡындағы ҡунаҡханалар, мәктәптәр, хәстәханаларға күсерелә.
Би Эванс, Рейсбери
ауылы кешеһе:
“Беҙ өс баланы ҡабул
иттек. Улар барыһы ла төрлө ғаиләләрҙән. Берәүһе ғаиләһе менән килде. Береһе
дуҫтары менән. Береһе апаһы менән. Балалар үҙ йорттарында ҡалырға тейеш түгел.
Был бик ҡурҡыныс, сөнки һыу үтә лә бысраҡ.”
Метеорологтар яҡын
көндәрҙә яуым-төшөмдөң айлыҡ нормаһын вәғәҙә итә, ә грунт һыуҙары шул ҡәҙәр
юғары, шуға күрә һыу баҫыуҙар тағы бер нисә ай дауам итеүе мөмкин.
Комментариев нет:
Отправить комментарий