четверг, 13 февраля 2014 г.

Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт(с.ғ.с.) хәҙистәре.


1.”Холҡо яҡшы мосолман иман яғынан иң камил мосолмандыр”.
2.”Аллаһы һеҙҙең тышҡы һүрәттәрегеҙгә ҡарамаҫ. Аллаһы һеҙҙең эсегеҙгә, ҡәлебтәрегеҙгә ҡарар".
3.Ике көнөн бер төрлө үткәргән кеше зарарҙалыр. Ысын мосолман- һәр көн алға табан барыусы һәм үҙен һаман үҫтереүсе кешелер. Күп уҡыған, күп тырышҡан һәм күп тикшергән кеше үҙенә, милләтенә үә диненә файҙалы булыр. Уның кешеләр араһында дәрәжәһе булыр. Үҙен яҡшы тәрбиә ҡылған кеше үҙ-үҙе алдында әхлаҡи вазифаларын үтәгән һаналыр.”
4.”Балаларығыҙҙы яҡшы ҡарағыҙ. Уларға яҡшы тәрбиә бирегеҙ.”
5.”Ата-әсәгә итәғәт- Аллаһыға итәғәттер. Уларға ҡаршы тороу- Аллаһыға ҡаршы тороуҙыр.”
6.”Аллаһы яратҡан иң һөйөклө ғәмәлдәр, эштәр- ваҡытында уҡылған намаҙ һәм ата-әсәгә яҡшылыҡ эшләүҙер.”
7.Йәннәт- әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтындалыр.
8.”Ризығының киң, ғүмеренең оҙон булыуын теләгән кеше туғандарын барып күрһен, уларҙы зыярат ҡылһын.”
9.”Бер мосолманға зарар иткән үә уны алдаған кеше беҙҙән түгелдер.”
10.”Ысын мосолман донъянан да, әхирәттән дә ваз кисмәҫ. Донъяһын онотоп, бары әхирәт өсөн генә тырышыусы кеше яҡшы мосолман түгел. Кешенең яҡшыһы, хәйерлеһе донъяһы өсөн әхирәтен, әхирәте хаҡына донъяһын ҡалдырмаҫ. Икеһен бергә алып барыр һәм башҡаларға ауырлыҡ килтермәҫ.”
11. “Донъя өсөн һис үлмәҫ кеүек тырыш, әхирәт өсөн иртәгә үләсәк кеше кеүек тырыш”.
12.Донъя-әхирәт баҫыуы. Ул баҫыуға нимә сәсһәң, әхирәттә шуны урырһың.
13.”Кешегә мәрхәмәт итмәгән кешегә Аллаһы ла мәрхәмәт ҡылмаҫ.”
14.”Йомартлыҡ- ботаҡтарын донъяның эсенә һуҙған йәннәт ағастарынан береһелер. Кем был ағас ботаҡтарының береһенә тотонһа, ул кешене йәннәткә тартыр. Һаранлыҡ- ботаҡтарын донъяға һуҙған йәһәннәм ағастарынан береһелер. Кем ул ағастың ботағынан тотһа, ул ботаҡ та кешене йәһәннәмгә тартыр.”
15.”Кешеләрҙән оялмаған Аллаһынан да оялмаҫ.”
16.”Кем менән дуҫлашыуыңа иғтибар ит.”
17.”Мосолман шатлыҡлы хәлендә шөкөр ҡылыр. Был уның өсөн бер хәйерҙер, сауаптыр. Ҡайғылы сағында сабыр итер. Был да үҙе өсөн бер хәйерҙер. Мосолмандың хәле ғәжәптер: һәр эшендә үҙенә сауап барҙыр. Был мосолмандан башҡаларҙа булмаҫ.”
18.”Дөрөҫлөктө яҡлайһы урында һүҙ әйтмәйенсә тороусы кеше- телһеҙ шайтандыр.”
19.Был ай(Рамаҙан айы)-сабырлыҡ айылыр. Сабыр итеүселәрҙең барасаҡ ерҙәре лә йәннәттер.”
20.”Ололарға хөрмәт, кеселәргә шәфҡәт күрһәтмәгән кеше беҙҙең кеше түгел.”
21.”Кемдә кеше хаҡы бар, вафат булғанға ҡәҙәр кешеләр менән бәхилләшһен, сөнки ҡыямәт көнөндә кеше хаҡы уға файҙа бирмәҫ.”
22.”Бер кеше һиңә бер һүҙ һөйләгәндә тирә-яғына ҡарап һөйләһә, ул һүҙ аманаттыр. Ул һүҙҙе башҡаларға һөйләмә.”
23.”Монафиҡтың өс ғәләмәте барҙыр: һүҙ һөйләгәндә, ялған һөйләр; вәғәҙә бирһә, вәғәҙәһенән ҡайтыр; бер аманат ҡалдырылһа, ул аманатҡа хыянат ҡылыр.”
24.Вәғәҙәлә тороу имандандыр.
25.”Шик тә юҡ, Аллаһы Тәғәлә көндөҙ гөнаһ ҡылған кешенән төндә тәүбә көтөр. Төнөн гөнаһ эшләгән кешенән көндөҙ тәүбә көтөр. Был хәл ҡояштың көнбайыш яғынан тыуғанға ҡәҙәр дауам итер.”
26.”Йома көнөндә бер ваҡыт бар, ул ваҡытта мосолмандың ҡылған доғаһы ҡабул ителер.”
27.”Тәүбә ҡылыусы-Аллаһының һөйөклө бәндәһелер. Тәүбә ҡылған кеше- һис гөнаһ эшләмәгән кеше кеүектер.”
28. “Йәһәннәмдәге кешеләрҙең күбеһенең ғазабы тәүбәне кисектереүҙән, һуңға ҡалдырыуҙандыр.”
29.”Әҙәм балаһының һәммәһе хата эшләр. Хата эшләүселәрҙең иң хәйерлеһе- тәүбә итеүселер.”
30.”Ялғандан һаҡланығыҙ. Сөнки иман бер яҡта, ялған икенсе яҡталыр. Ялған менән иман бер кешелә тора алмаҫ.”
31.”Тоғролоҡто ныҡ тотоғоҙ, сөнки ул кешене яҡшылыҡҡа, ә яҡшылыҡ йәннәткә илтер. Кеше һәр саҡ тураһын һөйләһә, Аллаһы ҡаршыһында ситдыҡ- бик тоғро кеше, тип яҙылыр.”
32.”Ғәйбәт һөйләүсе менән ул ғәйбәтте тыңлаусы гөнаһта уртаҡтыр.”
33.”Кем бер мосолман ҡәрҙәшенә ярҙам итһә, Аллаһы ла ул кешегә ярҙам итер...Кем бер мосолман ҡәҙрҙәшенең ғәйебен белдермәһә, Аллаһы ла әхирәттә уның ғәйебен башҡаларға белдермәҫ.”
34.”Эшләнгән һәр төрлө гөнаһтың ғәфү ителеү мөмкинлеге барҙыр. Ләкин кәфер булып үләгән кешенең үә насар ниәттән кеше үлтереүсенең ғәфү ителеү ихтималы юҡтыр.”
35.Араҡы- бөтә уҫаллыҡтарҙың атаһылыр.
36.”Иманлы булған хәлдә кеше зина ҡылмаҫ.”
37.”Шик тә юҡ, әҙәм балаһының хата үә ғәйептәренең күбеһе теленәндер.”
38.”Кешеләр көнләшмәһәләр, тыныслыҡ, яҡшылыҡ эсендә йәшәрҙәр ине.”
39.Аллаһы бер кешегә белем бирер. Ул кеше был белеме менән, хәләлде-харамды белеп, Аллаһы ҡушҡанса йәшәр. Аллаһы икенсе кешегә мал бирер. Ул кеше лә изгелектәр эшләр. Байлығынан башҡаларға өлөш сығарыр, саҙаҡаларын, зәкәттәрен бирер. Ана шундай кешеләргә ҡыҙығып, уларса эшләргә теләү, кешеләрҙе тырышлыҡҡа өндәй һәм ул гөнаһ булмаҫ.”
40.”Бер-берегеҙҙән көнләшмәгеҙ, бер-бергеҙҙән биҙмәгеҙ, араға һыуыҡлыҡ кертмәгеҙ, бер-берегеҙҙән айырылмағыҙ, бер-берегеҙҙе һөйөү ептәрен өҙмәгеҙ.”(Абдурахман Кайа “Исламда әхлаҡ.”)



Комментариев нет:

Отправить комментарий