четверг, 13 февраля 2014 г.

Кнессеттың уң депуттаттары Европарламент рәйесе сығышы менән риза түгел.


Европарламент рәйесе Мартин Шульцтың Израилгә визиты ғауға тыуҙырҙы. Йәһүд дәүләте лидерҙары менән эшлекле осрашыуҙарҙан һуң, Европа дипломатына Кнессетта ризаһыҙлыҡ белдерҙеләр.
Европарламент президенты үҙ-ара ярашып йәшәгән Израиль һәм Фәләстин дәүләттәрен төҙөү мөмкинлегенә ныҡлы ышанысы һәм ундай килешеү төҙөүгә Евроберләшмәнең ныҡлы ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуы хаҡында һөйләй ине. Шул мәл “Йәһүд йорто”уң милли-дини фирҡә ағзалары, ҡысҡырынып, сығышты бүлде һәм күптәре залдан сығып китте.
Уларҙың асыуын килешеү хаҡындағы фраза түгел, ә Шульцтың, үҙе әйтеүенсә, фәләстиндәрҙең израиллеләргә ҡарағанда дүрт таҡыр һыуҙы әҙерәк алыуы хаҡындағы тикшерелмәгән хәбәре ярһытты.
“Йәһүд йорто”лидеры был фразаны ялған, тип атаны һәм Европа дипломатынан ғәфү үтенеүҙе талап итте.
Үҙ сиратында оппозиция фирҡәләре вәкилдәре коллегаларының ҡыланышын тәнҡитләп сыҡты, бындай демарштарҙың Израилдең донъялағы имиджын нығытыуға булышлыҡ итмәүен билдәләне.


Комментариев нет:

Отправить комментарий