вторник, 18 февраля 2014 г.

Швейцария референдумы хорваттарҙың өмөттәрен ерләне.


“Хорватия – Швейцария референдумының тәүге ҡорбаны”- бөгөн Загребтың күп баҫмаларында шундай баш аҫтындағы мәҡәләләрҙе күрергә мөмкин. Швейцарияның федераль властары, 9 февралдәге референдум һөҙөмтәләренә таянып, Хорватия граждандарына эш биреүгә рөхсәт хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуймаясағы тураһында белдерҙе.
“Шуныһы эсте бошора: беҙ Евроберләшмәгә индек, әммә уның башҡа ағзалары менән хоҡуҡтарыбыҙ тигеҙ түгел,”-ти Загребта йәшәүсе ҡатын.
“Беҙгә вәғәҙәләрҙе мул бирҙеләр. Евроберләшмәгә инеү менән проблемаларыбыҙ хәл ителәсәк, тинеләр. 6 ай үтте, тик бер нәмә лә эшләнмәне. Киреһенсә: беҙҙе көндән-көн юл ситенә этеп сығаралар,”-тип асыулана Иванич ҡалаһынан эшһеҙ йөрөгән 30 йәшлек ир.
Швейцария халҡы үҙ ихтыярын белдергәс, күптәр Евроберләшмәнең хеҙмәт мигранттарына квота индереү яҡлы булды, Брюссель Берн менән мәғариф һәм ғилми тикшеренеүҙәр өлкәһендәге хеҙмәттәшлек хаҡындағы һөйләшеүҙәрҙе туҡтатты.
Һүҙ Ноrizon 2020 инновацион программаһы һәм Erasmus + студенттар менән алмашыу программаһы тураһында бара. Улар күсеп йөрөү азатлығына нигеҙләнгән һәм Евроберләшмә тарафынан финанслана. Меңәрләгән Швейцария студенты ошо прогамма менән файҙалана.


Комментариев нет:

Отправить комментарий