понедельник, 17 февраля 2014 г.

“Алтын биҙгәге” йәһәннәмгә илтә.


200 таусы, забой юлы таштар менән күмелгәс, ер аҫты ҡапҡанында тороп ҡалған. Эшселәр ташландыҡ шахтала алтын сығарған.
Ҡотҡарыусылар тоҙаҡҡа эләгеүселәргә үтеп инергә маташа. Киң мәғлүмәт саралары белдереүенсә, махсус подразделение бригадалары 30 таусынан торған төркөм менән бәйләнеш булдыра алған. Әлегә зыян күреүселәр хаҡында мәғлүмәттәр юҡ.
Ташландыҡ шахталарҙа законһыҙ рәүештә алтын сығарыу -Көньяҡ Африкала һирәк күренеш түгел. Легаль булмаған эшселәр ер аҫтында алтынды ауыр шарттарҙа таба, ә был таусыларҙы һәләкәткә алып килә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий