Мысырҙа, Израилгә яҡын
сиктә, туристик автобустың шартлауы арҡаһында, 4 кеше һәләк булған. Уларҙың
өсәүһе- Көньяҡ Корея граждандары, береһе- урындағы водитель. Байтаҡ кеше
йәрәхәтләнгән, араларында бик ныҡ яраланыусылар ҙа бар. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр
буйынса, автобустағы пассажирҙарҙың барыһы ла Көньяҡ Корея граждандары.
Шартлау автобус сик
буйындағы Таба ҡаласығында торғанда, Мысыр-Израиль сигенән 500 метрҙа яңғыраған.
Хәбәр итеүҙәренсә, шартлатҡыс юл буйында урынлаштырылған булған. Әммә ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, тип
билдәләй ИТАР-ТАСС, шартлатҡыс салон эсенә урынлаштырылған- асыҡланыуынса,
автобус юлда бер нисә туҡталыш яһаған. Сиктең ике яғынан да медицина ярҙамы
килгән.
Исламистар властан киткәне бирле, сит ил туристарына
экстремистар Мысырҙа тәүге тапҡыр шулай һөжүм яһай.
Комментариев нет:
Отправить комментарий