Төньяҡ Кореяла Ким Чен
Ирҙың тыуыуына 72 йыл тулыу айҡанлы байрам саралары үтә. Ким Чен Ын, атаһын
хөрмәт менән иҫкә алыу өсөн, хәрбиҙәр менән Кымсусан һарайына килде. Ул 2011 йылдың
17 декабрендә йөрәк өйәнәгенән вафат булған “бөйөк юлбашсы”ның үтә күренмәле табуты торған залда булды.
Илдә был көндө “Балҡып
яныусы йондоҙ көнө” тип атайҙар. Бөтә Пхеньян сәсәкәләр һәм флагтар менән
биҙәлгән. Кореялылар элекке лидерҙарының статуяларына һәм портреттарына
сәскәләр һала.
“Бөгөн “Балҡып яныусы
йондоҙ көнө”, мин ғаиләм менән бөйөк юлбашсыбыҙ һәйкәленә сәскәләр һалырға
килдем. Ул сәсәкәләр беҙҙең ҡаҡшамаҫ генералыбыҙ Ким Чен Ирҙы кәүҙәләндерә,”-ти
Пхеньян кешеһе.
Ошо көндәрҙә Төньяҡ
Кореяла йәшәүсе бик күптәрҙә сиктең икенсе яғында йәшәүсе туғандарын күреү өмөтө
уянды.
“Туғандарымды күрмәй
тороп үлмәм тип, үҙ-үҙемә ант иттем,-ти ауырыу ҡарт.-Бының өсөн мин теләһә
ниндәй ауырыу-һыҙланыуҙарҙы, ғазаптарҙы кисерергә лә әҙер.”
КХДР һәм Көньяҡ Корея
вәкилдәре 1950-1953 йылғы Корея һуғышы айырған туғандарҙың осрашыуын ойоштороу
хаҡында ҡайтанан килеште.
Туғандарҙың һуңғы
осрашыуы 2010 йылда булғайны. Ким Чен Ын етәкселек иткән ваҡытта бындай
осрашыуҙар бер тапҡыр ҙа үткәрелмәне. Сираттағы осрашыу 2013 йылдың көҙөнә
тәғәйенләнгәйне, әммә иң һуңғы мәлдә уны тыйҙылар.
Комментариев нет:
Отправить комментарий