воскресенье, 16 февраля 2014 г.

Глобаль йылыныу хәүефе Вашингтонды етди борсоуға һалды.


АҠШ-тың дәүләт сәркәтибе Джон Керри Азия турнеһы сиктәрендә Индонезияға килде. Визиттың төп маҡсаты- Вашингтондың климат үҙгәреүе эҙемтәләре менән көрәш өлкәһендәге яңы сәйәсәте. Американың баш дипломаты Джакартаға Пекиндан килде, унда ул Ҡытай президенты менән глобаль йылыныуға ҡағылышлы мәсьәләләр, шул иҫәптән парник газдарын сығарып ташлауҙы кәметеү буйынса дөйөм саралар хаҡында һөйләште.
Университет  студенттары менән осрашыу ваҡытында Керри былай тине:
“Климат үҙгәреүенең глобаль эҙемтәләре тураһында уйлағанда,  вайымһыҙлығыбыҙ арҡаһында беҙгә хәүеф тыуҙырған терроризм, эпидемиялар, хәйерселек, халыҡты күпләп ҡырыусы ҡоралдарҙың таралыу ҡурҡынысын күрәм. Беҙгә бихисап проблемалар ябырыласаҡ. Хәҡиҡәт шундай: климаттың үҙгәреүе һәр әҙәмгә ҡағыласаҡ.”
Калифорниялағы ҡоролоҡ фонында президент Барак Обама конгресты илдәге климат үҙгәреүе менән көрәшкә 1 миллиард доллар бүлергә саҡырҙы. Бөйөк Британиялағы ташҡындар, ҡышҡы экстремаль һауа шарттары, ғәрәсәттәр глобаль йылыныуҙың һауа торошона йоғонтоһо тураһындағы бәхәстәрҙе яңынан ҡуйыртып ебәрҙе. Быйыл Перуҙа буласаҡ БМО конференцияһында Хәлыҡ-ара йәмәғәтселек  парник газдарын бүлеп сығарыуҙы кәметеү хаҡындағы Киото протоколы сиктәрендә яңы килешеү төҙөргә тырышасаҡ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий