воскресенье, 16 февраля 2014 г.

Британлылар яңы ташҡындарға әҙерләнә.


Британияның ташҡындарҙан зыян күргән ауыл-ҡалалары йәнә тәбиғәт һөжүменә әҙерләнә.  Бөгөн үк Темза йылғаһындағы һыу кимәле тағы күтәрелеүе ихтимал.  Хәрбиҙәр урындағы халыҡҡа һәм коммуналь хеҙмәткәрҙәргә ҡом һалынған тоҡтарҙан быуа эшләргә ярҙам итә.
Дауыллы ел 100 меңдән ашыу йортто электр утынан мәхрүм итте. 3 кеше стихия ҡорбаны булды. Шторм арҡаһында, һуңғы тәүлектәрҙә диңгеҙ буйындағы ҡайһы бер райондарҙа тулҡындар бейеклеге 8-10 метрға етте.
Транспорт бәйләнеше өҙөлдө. Көньяҡ-көнбайыш тимер юлында поездар хәрәкәте туҡталды, авиарейстар ҙа туҡтатыла. Айҙан ашыу инде Англия һәм Уэльстағы тиҫтәләрсә квадрат километр ер һыу аҫтында ята.
Лейбористар башлығы Эд Милибэнд ташҡындарҙың сәбәбен климаттың үҙгәреүендә күрә, ул хөкүмәтте глобаль йылыныуға милли именлеккә хәүеф тыуҙырыусы факт рәүешендә ҡарарға саҡырҙы.


Комментариев нет:

Отправить комментарий