пятница, 14 февраля 2014 г.

Сүриә: халыҡ-ара дипломатия көсһөҙмө?


Cүриәләге конфликт ҡырҡыулаша, Женевала һөйләшеүҙәр башланғаны бирле, 5 меңгә яҡын кеше һәләк булған. Кесаҙна көн БМО Именлек советының ябыҡ осрашыуында Сүриәләге хәлдәр тураһында һөйләшеү булды. Женева-2 һөйләшеүҙәренең икенсе раунды бөгөн тамамланыр, моғайын.
Именлек советы кәңәшмәһе һөҙөмтәләре буйынса БМО генераль сәркәтибе урынбаҫары Валери Амос шулай тип белдерҙе:
“Именлек советы осрашыуында мин шуны һыҙыҡ өҫтөнә алдым: 4 ай элек совет ағзалары саралар күреүҙе талап итте, тик шул замандан бирле алға китеш булманы. Бының менән килешергә ярамай. Сүриәләге конфликтта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла халыҡ-ара гуманитар хоҡуҡтарҙы сиктән тыш боҙа.”
Рәсәйҙең БМО-лағы вәкиле Виталий Чуркин киҫәтеүенсә, АҠШ яҡлаған Сүриә буйынса проект  терроризм проблемаһын күҙ уңында тотмай һәм сүриәлеләрҙең гуманитар хәлен яҡшыртыуға ҡамасаулауы ихтимал. Американлылар иһә ультиматив рәүештә Именлек советынан гумантар ярҙамды халыҡҡа алып барып еткереүҙе үҙ эсенә алған тексты ҡабул итеүҙе талап итә һәм санкциялар менән янай.
БМО-лағы АҠШ вәкиле Саманта Пауэр: “Насар һөҙөмтәгә килгәнсе, бәлки, бөтөнләй резолюциялар ҡабул итмәҫкәлер.”
Йөҙҙәрсә мең сүриәле ҡамауҙа йәшәй. Ошо көндәрҙә Хомстан 1400 кеше эвакуцияланды. БМО мәғлүмәттәре буйынса, конфликт ҡорбандары- 130 мең, миллиондар иһә гуманитар ярҙамға мохтаж.


Комментариев нет:

Отправить комментарий