среда, 26 февраля 2014 г.

Ҡырымда ҡаршылыҡ акциялары.


Киевта власть алышынғаны бирле, Ҡырымда ҡаршылыҡ акциялары туҡталмай.
Симферополдә активистар автономияның Юғары рада бинаһын ҡаманы һәм бойондороҡһоҙлоҡ хаҡында референдум үткәреүҙе талап итте. Ҡайһы берәүҙәр ярҙам һорап Рәсәйгә мөрәжәғәт итергә тәҡдим итә. Автономияның Юғары радаһы шаршамбы көн сираттағы сессияға йыйылырға ҡарар итте.
Севастополдә Киевтан Уң сектор радикалдарының сепаратистар менән көрәшкә “Дуҫлыҡ бронепоезы” ебәреү менән янауҙарына ҡаршы “Рәсәй блогы”  үҙоборона отрядтарына инергә теләүселәрҙе теркәй башланы.
Ҡалаға Леонид Слуцкий етәкселегендәге Рәсәй Дәүләт думаһы депутаттары килде. Башҡа мәсьәләләр менән рәттән Ҡырым граждандарына Рәсәй паспорттарын биреүҙе еңелләштереү хаҡында ла һүҙ булды. Тик бының менән бөтәһе лә риза түгел:
“Украина өсөн геосәйәси көрәш, паспорт биреп, украинлыларҙы Рәсәй Федерацияһына күсереүгә ҡайтып ҡалырға тейеш түгел. Был иң ҙур хата ғына түгел- был Рәсәйгә бәлә буласаҡ,”-тине билдәле хоҡуҡ һаҡлаусы Ольга Тимофеева.
1954 йылда Никита Хрущев, Ҡырымды РСФСР-ҙан алып, Украинаға тапшырғайны.
Ярымутрауҙың 60 проценттан ашыуы-  этник рустар. Яңы Киев властарының Региональ телдәр тураһындағы законды ғәмәлдән сығарыуы уларҙың асыуын ҡабартты.
Севастополдә Рәсәйҙең Ҡара диңгеҙ флоты урынлашҡан. Уның командованиеһы, ҡалалағы үҙ офистарын яҡлау өсөн, урамдарға бронетраспортерҙар сығарырға ҡарар итте.


Комментариев нет:

Отправить комментарий