четверг, 27 февраля 2014 г.

Ренци пландары: өмөттәр һәм икеләнеүҙәр.


Яңы итальян премьеры Маттео Ренциҙың Сенаттағы хисле телмәре уның кабинетына ышаныс белдергән парламенттағы ике палатаның депутаттарына ла, яҡшы үҙгәрештәргә өмөт бағлаған ил граждандарына ла ыңғай тәьҫир итте. Тик күп эксперттар әйтеүенсә, Ренци һүҙҙәре аныҡ тәҡдимдәр менән нығытылмаған, ә ҡайһы бер пландары аптырашта ҡалдыра.
“Министр Могерини менән беҙ тәүге визитыбыҙҙы Брюсселгә түгел, унда барырға мөмкинлек булыр әле, Америка менән Рәсәйгә лә түгел, киләһе аҙнала беҙ визитыбыҙҙы Урта диңгеҙ буйының йөрәге булған, сәйәсәтебеҙҙең үҙәгенә әйләнәсәк Тунисҡа яһаясаҡбыҙ,-”тип хәбәр итте хөкүмәт башлығы.
Ренци, Демократик фирҡәләге көрәштәше Энрико Леттоны премьер посынан алып ташлап, итальяндар өмөт бағлаған реформаларҙы тиҙләтеү лозунгыһы аҫтында фирҡә эсендә түңкәрелеш яһаны.
“Ул- бәләкәй итальян Обамаһы,-ти йәш бер эшҡыуар.-Обама уға шылтыратып, 39 йәшендә уны бер кем дә белмәүе хаҡында әйткән. Был өмөт уята. Уның сығышы башҡаларҙыҡынан айырылп торҙо, үткәндәрҙән китеү ине ул, шуға күрә мин яҡшыға өмөтләнәм.”
“Мин шуға ышанам: был беҙҙең өсөн мөһим мөмкинлек, ул вәғәҙәләрен үтәр кеүек,-ти Римда йәшәүсе.-Әлбиттә, ҡатмарлыҡтар ҙа булсаҡ.”

Италия гәзиттәре, Ренциҙың сығышына комментарий биреп, тәнҡит һүҙҙәрен йәлләмәй; ул хөкүмәт программаһы менән түгел, ә үҙе менән таныштырҙы, тиҙәр, хатта ҡайһы берҙәре уны “дилетант” тип атай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий