Европарламент һайлауҙарында ҡатнашҡан фирҡәләр өсөн
бер ниндәй ҙә процент барьерҙары булырға тейеш түгел. Шаршамбы Германия
Конституцион суды шулай хәл итте: йәшәп килгән 3 % планкаһы илдең төп законына
ҡаршы килә.
Карлсруэлағы судьялар былай аңлатты:
ниндәйҙер процент сикләүҙәре “һайлау хоҡуғының төп принциптарын һәм сәйәси
фирҡәләрҙең тигеҙ мөмкинлектәргә эйә булыуын боҙа.”
Дәғүә белдереп, юғары суд
органдарына, Пираттар фирҡәһен, үтә уң Милли-демократик фирҡәне,
евроскептиктарҙың Германия өсөн альтернативаны ла индереп, ҙур булмаған сәйәси
формированиелар, шулай уҡ меңдән ашыу немец гражданы мөрәжәғәт итте.
Уҙған йылдың июнендә Бундестаг
Европарламент һайлауҙарында процент барьерын 5-тән 3 процентҡа ҡәҙәр төшөргәйне
инде.
Европарламентҡа һайлауҙар 25 майҙа
буласаҡ. Европа ассамблеяһындағы 751 депутаттың 96-һы Германиянан һайлана.
Комментариев нет:
Отправить комментарий