четверг, 27 февраля 2014 г.

Хөкүмәттең яңы составы Майҙанды рухландырманы.


 Бөгөн Юғары Рада ултырышында Украина хөкүмәтенең яңы составын раҫлау планлаштырыла. Кандидаттар исемлеге көн элгәре Киевтың Бойондороҡһоҙлоҡ майҙанында иғлан ителде. Мөһим постарҙы Майҙандағы ваҡиғаларҙа хәл иткес роль уйнаған оппозиция фирҡәләре вәкилдәре аласаҡ. Премьер-министр посына кандидат- “Батькивщина” парламент фракцияһы лидеры Арсений Яценюк.
“Хөкүмәттә Виктор Янукович хөкүмәтендә эшләгән бер генә олигарх та, бер генә чиновник та юҡ. Фирҡәнең бер кандидатураһы буйынса ла бәхәс булманы. Украина бойондороҡһоҙлоғо тарихында беренсе тапҡыр шундай хөкүмәт төҙөлдө. Уның яҙмышына килгәндә, алдан уҡ әйтә алам: министрҙар кабинатының бөтә ағзалары ла- сәйәси камикадзе,”-тип белдерҙе Яценюк.
Әммә “майҙанлылар” майҙандан китергә ашыҡмай: яңы министрҙарҙың кандидатуралары күп һорауҙар тыуҙырҙы:
-Уларҙы контролдә тотоу өсөн, беҙ ошонда ҡаласаҡбыҙ. Әгәр улар эште тейешенсә алып бармаһалар, уларҙы элекке властың яҙмышы көтә.
-Сәхнәлә сығыш яһаусыларға бер һорауым бар: Майҙанды ҡыуып таратҡанда, 20-һе көн Институтскийҙа беҙгә атҡанда, улар булдымы икән? Үҙҙәрен герой һәм шәп тип атарға уларҙың мораль хоҡуҡтары юҡ. Беҙҙең егеттәр улар власҡа килһен өсөн һәләк булманы.
Хөкүмәттең ваҡытлы булыуына Майҙан да, шулай уҡ президент вазифаһын үтәгән Александр Турчинов та шикләнмәй. Ул ваҡытынан алда парламент һайлауҙары үткәрергә вәғәҙә бирҙе.
Киеватан euronews хәбәрсеһе Ангелина Карякина бына нимә ти:
“Майҙан сәхнәнән иғлан ителгән хөкүмәт составын шикләнеп ҡабул итте. Халыҡ уны дәүләттең бөгөнгө проблемаларын хәл итергә тейешле ваҡытлы хөкүмәт итеп кенә күрә. Сәйәси система тулынса алмашынмай тороп, йәғни, президент һәм парламент һайлауҙары үткәрелмәй тороп, кешеләр таралырға йыйынмай.”



Комментариев нет:

Отправить комментарий