пятница, 28 февраля 2014 г.

Майҙан активистары Ҡырым халҡына: “Барыһы ла тыныс ҡына үтһә, яҡшыраҡ буласаҡ.”


Халҡы Украиналағы яңы властың легитимлығын танымаған Ҡырымдағы ваҡиғалар Киевта борсолоу тыуҙыра. Майҙан активистары быны ҡырымлыларҙың күп нәмәне белеп бөтмәүе менән аңлата:
“Ҡырым Рәсәй менән йәнәш. Улар Рәсәй телеканалдарын ҡарай. Унда йәшәүсе минең дуҫтарым бындағы Майҙан хәлдәрен уларға еткермәүҙәре хаҡында әйтә. Ҡырым халҡы күп нәмәне белмәй, дөрөҫ мәғлүмәт алмай.”
“Ниндәй булһа ла хөкүмәт пәйҙә булыуы бик һәйбәт. Ҡырымға килгәндә, күп нәмә уларҙың үҙҙәрен нисек тотоуынан, ваҡиғаларҙы нисек ҡабул итеүенән тора. Киевтан өлгө алмай, барыһын да тыныс хәл итһәләр, улар өсөн яҡшыраҡ буласаҡ. Барыһы ла ҡырымлыларға, уларҙың аңлауына бәйләнгән.”
Ҡырымдың Юғары советы референдум көнөн тәғәйенләгән дә инде, унда ярымутрау халҡы Ҡырым автономияһының киләсәген хәл итәсәк.


Комментариев нет:

Отправить комментарий