пятница, 28 февраля 2014 г.

Евроньюс хәбәрсеһе: Симферополь аэропорты нормаль эшләй.


“Симферополдең халыҡ-ара аэропорты ҡәҙимге режимда эшләй”,- тип хәбәр итә “Евроньюс” хәбәрсеһе Серджио Кантоне.
Йомаға ҡаршы төндә уны өс номерһыҙ һәм таныу билдәләрһеҙ КАМАЗ-да килгән билдәһеҙ ҡораллы кешеләр баҫып алған.
Терминал эсендә ҡораллы кешеләр юҡ, улар аэропорт периметрын контролдә тота. Улар хәрби униформала һәм заманса ҡоралланған, ҡайһы берҙәрендә снайпер винтовкалары. Формаларында танытма билдәләре юҡ, улар бер ниндәй ҙә белдереүҙәр яһамай. Ҡайһы берәүҙәр уларҙы Рәсәй һалдаттары, тип уйлай.
Аэропорт эше элеккесә дауам итә, рейсҡа сығалар һәм регуляр рәүештә самолеттар килеп төшә. Пассажирҙар тыныс. Терминал эсендә хәлдәр нисектер, әммә тышта бер ниндәй ҙә паника тойолмай.”
Рәсәй информагенстволары мәғлүмәттәре буйынса, йома иртән бында “Аэрофлот” авикомпанияһы лайнеры килеп төшкән. Аҙаҡ Киевҡа осасаҡ самолет хаҡында иғлан иткәндәр.



Комментариев нет:

Отправить комментарий