суббота, 1 марта 2014 г.

Владимир Чижов: “Ҡырым аэропорттарында Рәсәй ғәскәрҙәре юҡ.”


Украина эске эштәр министры Рәсәйҙе Ҡырымды баҫып алыуҙа ғәйепләне. Был хаҡта Арсен Аваков Facebook cоциаль селтәрендә хәбәр итте. Уның һүҙҙәре буйынса, Бельбек аэропорты Рәсәй хәрбиҙәре ҡулында, эстә- Украина хәрбиҙәре, тышта- танытма билдәләре булмаған ҡораллы кешеләр.
“Евроньюс” хәбәрсеһе ошо һәм башҡа мәсьәләләр буйынса ЕС-тағы Рәсәй илсеһе Владимир Чижовҡа мөрәжәғәт итте.
“Бер ниндәй ҙә ғәскәрҙәр юҡ унда, Рәсәй ғәскәрҙәре лә юҡ,- тине Чижов Ҡырымдың һауа гавандәре хаҡында.-Симферополдең халыҡ-ара аэропорты штатлы режимда эшләй. Бельбектағы хәрби аэродром да нормаль эшләйҙер, тип уйлайым.”
Үҙоборона отрядтары ни өсөн төҙөлгән тигән һорауға ул 1992 йылды иҫкә төшөрҙө, ул саҡта“Дуҫлыҡ поезы”тип аталған поезд Ҡырымға Киевтан уң радикалдарҙы тейәп килгәйне.
"Cираттағы “Дуҫлыҡ поезы”нда Киев майҙаны яҡлы ҡораллы кешеләрҙе ебәреү менән янауҙар ишетелгәс, әлбиттә, халыҡ борсола башланы".
Рәсәй илсеһе Аҡ йорттоң Мәскәүҙе Украина эштәренә ҡораллы ҡыҫылыштан һаҡланырға саҡырыуына ла аңлатма бирҙе. Айырым алғанда, Аҡ йортто шаршамбы иғлан ителггән Украина сигендәге Рәсәй хәрби уйындары борсой.
“Башҡа илдәрҙең эштәренә ҡыҫылыу һәм бөтә ергә үҙ ғәскәрҙәрен ебәреү традицияға ингән АҠШ үҙ аршины менән үлсәй. Был ундай хәл түгел, Рәсәйҙең ҡыҫылырға уйы юҡ. Ә бына Рәсәйҙең үҙендә күптәр “ни өсөн властар ҡул ҡаушырып ултыра,” тип аптырай,”-тине Чижов.
Рәсәй АҠШ-ҡа хәрби уйындарының алдан уҡ планлаштырылыуын һәм Украиналағы ваҡиғалар менән бәйле булмауын аңлатты. Был турала АҠШ дәүләт сәркәтибе Джон Керри Рәсәй коллегаһы Сергей Лавров менән телефон аша булған һөйләшеүгә һылтанып хәбәр итте. Керри йәнә АҠШ-тың Украина мәсьәләһен яйға һалыуҙа Рәсәй менән менән килешеп эш итергә йыйыныуын да белдерҙе.


Комментариев нет:

Отправить комментарий