“Газпром”дың уҙған
йылдың өсөнсө кварталындағы саф табышы 11 процентҡа, 276 миллиард һумға ҡәҙәр
кәмене. Әммә аналитиктар билдәләүенсә, йәйге квартал- финанс йәһәтенән Рәсәй
газ концерны өсөн элек-электән килемһеҙерәк осор, өҫтәүенә ошо ваҡытта Украина
газ һатып алыуҙы кәметкәйне. Йылдың тәүге 9 айы күрһәткестәре бөтөнләй икенсе:
Европаға газ оҙатыу 14 процентҡа артыу арҡаһында, компанияның саф табышы 4
процентҡа артҡан, ә төшөм 13 процентҡа- 3,77 трлн. һумға ҡәҙәр.
Комментариев нет:
Отправить комментарий