воскресенье, 2 марта 2014 г.

Венесуэла. Студенттар теләмәй, хөкүмәт булдыра алмай.


Көн элгәре Венесуэлалағы студенттар һәм полиция бәрелеше ҡорбандары 18-гә етте. Йомала Каракастағы хөкүмәткә ҡаршы акциялар яңы көс менән дөрләп китте, полиция һыу атҡыстар ҡулланды. Ике аҙна барған сыуалыштарҙа 260 кеше зыян күрҙе, 50 самаһы һәләк булды.
Хөкүмәт сығыштар нигеҙендәге сәйәси һәм социаль проблемаларҙы күрергә теләмәй, оппозицияны һәм тышҡы көстәрҙе илдең тотороҡлоғон юҡҡа сығарырға ынтылыуҙа ғәйепләй.
“Беҙҙең аҙыҡ-түлек юҡ, һәр нәмәлә проблема. Улар (властар) кешеләрҙе уңлы-һуңлы ҡыра икән, берәү ҙә йортонда тыныс йәшәй алмай. Беҙ артабан да азатлығыбыҙ, Венесуэла, илебеҙ өсөн көрәшәсәкбеҙ,-”ти бер йәш кеше.
Венесуэла президенты Николас Мадуро манифестацияла ҡатнашыусыларға һәм оппозицияға осрашып хәлде яйға һалыу хаҡында һөйләшергә тәҡдим итте:
“Ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар, тәрип һағында тороусылар һәм халыҡ  ҡаты яуап бирһен өсөн, барыһын да эшләй. Ҡыҙыулығыбыҙ ялҡынға- бер-беребеҙҙе күрә алмауға, көс ҡулланыуҙарға әйләнмәһен өсөн, бер генә юл бар- диалог.”
Акциялар, инфляция юғарылығы, нефткә бай Венесуэлалағы ауыр социаль-иҡтисади хәлдәр, илде ялмап алған енәйәтселек арҡаһында,12 февралдә башланы. Бер аҙналыҡ байрамға 2 көн өҫтәү ризаһыҙлыҡты юҡҡа сығарманы. Бөгөн Венесуэла халҡы карнавал теләмәй.


Комментариев нет:

Отправить комментарий