понедельник, 3 марта 2014 г.

Ҡырымда Украинаның хәрби базаһы ҡамалған.


Ҡырымда Симферополдән 130 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Украинаның хәрби базаһы таныу билдәләре булмаған формалағы билдәһеҙ кешеләр тарафынан ҡамалған. Киң мәғлүмәт саралары фекеренсә, улар- Рәсәй хәрбиҙәре. Журналистар хәлдәрҙең үтә көсөргәнешле булыуы хаҡында хәбәр итә, күптәр базаны штурмлаясаҡтар, тип көтә, сөнки Украина хәрбиҙәре ҡорал һалыуҙан баш тартҡан.
Көн элгәре Рәсәйҙең Федерация Советы Украина территорияһында Рәсәй ҡораллы көстәрен файҙаланыу мөмкинлегенә ризалыҡ биргән. Рәсми ҡарар хаҡында иғлан булманы. Яңы Киев властары агрессия акты хаҡында белдерҙе, армияны хәрби әҙерлек хәленә ҡуйыу тураһында приказ бирҙе һәм мобилизация иғлан итте.
Ошоға бәйле рәүештә ҡайһы бер көнбайыш илдәре Сочиҙа инюндә үтәсәк G8 саммитына әҙерлекте туҡтатып тороу хаҡында иғлан итте. Көнбайыш Рәсәйҙе Украинаға ҡарата көс ҡулланыуҙан һаҡланырға саҡыра.


Комментариев нет:

Отправить комментарий