вторник, 18 февраля 2014 г.

БМО комиссияһы Ким Чен Ынды нацистар менән тиңләй.


Төньяҡ Корея етәкселеге, шул иҫәптән илдең юғары лидеры Ким Чен Ын нацистарҙың йыртҡыслыҡтарына тиң язалауҙарҙа һәм үлтереүҙәрҙә ғәйепле - БМО-ның дүшәмбе халыҡҡа сығарылған махсус комиссияһы докладында шундай һығымталар бар. Документ авторҙары фекеренсә, КХДР юлбашсылары кеше хоҡуҡтары буйынса халыҡ-ара суд алдына барып баҫырға тейеш.
БМО вәкилдәре Ҡытай кеүек илдәрҙе Пхеньян режимы менән хеҙмәттәшлектән алыҫ торорға кәрәклеге хаҡында киҫәтә һәм Төньяҡ Кореянан ҡасыусыларҙы кире илдәренә оҙатыуҙан һаҡланырға ҡуша.
Майкл Керби, Төньяҡ Корея буйынса БМО комиссияһы башлығы:
“Хәҙер халыҡ-ара йәмәғәтселек унда нимәләр булыуын белә һәм артабан да белеп торасаҡ. Ул хәҙер мәғлүмәт булмауға һылтана алмаясаҡ. Беҙ хәҙер барыһын да беләбеҙ! ”
Рәсми Пхеньян докладтың бөтә положениеларын да кире ҡаҡты. КХДР-ҙың БМО-лағы даими вәкиле документты Төньяҡ Кореяға ҡаршы “сәйәси заговор ҡоралы һәм социалистик системаға ҡаршы саботаж” тип атаны. Пхеньянда шуны иҫкә төшөрәләр: улар КХДР-ға ҡарата БМО-ның бер ниндәй ҙә резолюцияларын һәм хоҡуҡ һаҡлау механизмдарын танымайҙар.


Комментариев нет:

Отправить комментарий