среда, 19 февраля 2014 г.

Майҙанды штурмлау: үлеүселәр һәм яралылар арта.



Украина спецназы шишәмбе кисендә Майҙандағы палаткалы лагерҙы штурмлай башланы. Был Киев урамдарында ике ай ярым барған ҡаршылыҡ акцияларына ҡаршы көс структураларының иң масштаблы операцияһы. Милиция демонстрацияла ҡатнашыусыларға ҡаршы һыу атҡыстар, яҡтылыҡ-тауыш сығарыусы гранаталар ҡуллана. Яуап итеп хөкүмәткә ҡаршы радикалдар “Бөркөт”тәргә яндырғыс шыйыҡсалы шешәләр һәм петардалар ырғыта. БТР янып киткән.
Хәбәр итеүҙәренсә, милиция Майҙан активистарын өлөшләтә ҡыҫырыҡлап, баррикадаларҙың береһен алып ташлаған, әммә Киевтан алынған кадрҙар һәм мәғлүмәттәр буйынса, көс структуралары Майҙанды актив рәүештә таҙартмай, майҙандың периметры буйынса ғына эш итә.

Шишәмбе кисендәге рәсми мәғлүмәттәр буйынса, бәрелештәр барышында кәм тигәндә 18 кеше һәләк булған. Араларында 6 полицейский ҙа бар, уларҙың ҡайһы берҙәре атыу ҡоралдары ҡорбаны булған. Йөҙҙәрсә кеше зыян күргән. “Тиҙ ярҙам” машиналары ауыр яралыларҙы майҙандан алып китә, ҡайһы берҙәргә урынында уҡ ярҙам күрһәтелә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий