среда, 19 февраля 2014 г.

Олланд: “Франция мосолман һалдаттар алдында бурыслы.”


Франсуа Олланд шишәмбе көн Париждың төп мәсетендә Беренсе бөтә донъя һуғышында һәләк булған мосолман һалдаттарын хөрмәт менән иҫкә алды. Бишенсе республика президентын француз мосолмандары Советы рәйесе Дәлил Бүбәкер оҙатып йөрөнө.
Үҙ сығышында Олланд “Франция мосолман һалдаттар алдында бик ныҡ бурыслы” һәм “уларҙың түккән ҡандары хаҡында онотмаясаҡ,” тине.
Ике йыл элек һайланғаны бирле Париждың төп мәсетендә президент тәүге тапҡыр булды.
“Франция үҙенең төрлөлөгө менән бай һәм берҙәмлеге менән көслө,-тине ул.-Дәүләтебеҙҙең донъяуи йәшәү рәүеше ҡаршылыҡтарҙы берләштерергә мөмкинлек бирә.”
Франция колонияларының 600 мең хәрби хеҙмәткәре Беренсе бөтә донъя һуғышында ҡатнашҡан, шуларҙың 100 меңдән ашыуы һәләк булған.
Париждың төп мәсете- Францияла иң ҙуры- уҙған быуаттың 20-се йылдарында төҙөлә. Олланд Бүбәкер менән уның стенаһында 2 мемориаль таҡтаны асты.
Оҙаҡламай бында Франция өсөн ике донъя һуғышында һәләк булған мосолман һалдаттарҙың исемдәре менән интерактив стелла ла асыласаҡ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий