четверг, 20 февраля 2014 г.

Украина: оппозиция һәм власть килешергә булды.


Украиналағы хәлдәрҙе яйлау мөмкинлеге тыуҙы-  оппозиция президент Янукович менән солох төҙөү һәм һөйләшеүҙәр башлау хаҡында килеште.
Дәүләт башлығы менән осрашыуҙан һуң, был турала “Батькивщина”  фракцияһы лидеры Арсений Яценюк хәбәр итте. Властар менән һөйләшеүҙә Виталий Кличко  (“УДАР”фирҡәһе) һәм Олег Тягнибок ( “Свобода”фирҡәһе) ҡатнашты.

Украина президенты Виктор Януковичтың рәсми сайтындағы белдереү ҙә дәүләт эсендәге хәлдәрҙе яйға һалыу һәм ҡан ҡойошто туҡтатыу маҡсатындағы ваҡытлыса килешеү төҙөүҙе раҫланы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий