четверг, 20 февраля 2014 г.

Сноубордсы Вик Уайлд ҡатыны менән Рәсәйгә алтын һәм бронза килтерҙе.


Гигант параллель слаломда РФ өсөн сығыш яһаған сноубордсы Вик Уайлд Рәсәйгә алтынсы алтын миҙал килтерҙе. Шул уҡ ярыштарҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында сығыш яһаған ҡатыны бронза яуланы.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы гигант параллель слалом алтыны Швейцариянан Патриция Куммерға эләкте, ә көмөш Япония вәкиле Томоко Такеучиға.

Ир-аттың ярышына килгәндә, икенсе урынды шулай уҡ Швейцариянан Невин Гальмарини яуланы, бронза награданы Словениянан Жан Кошир алды.

Хәҙер Рәсәй рәсми булмаған миҙал зачетында өсөнсө урында. Рәсәй йыйылма командаһы йәмғеһе 6 алтын миҙал, 8 көмөш һәм 7 бронза наградаға эйә булды.


2010-2011 йылдарҙағы осорға ҡәҙәр Уэйлд АҠШ өсөн сығыш яһаны, ләкин Заварзинаға өйләнгәс, ул гражданлығын үҙгәртте. Гражданлыҡты үҙгәртеү процесы арҡаһында, сноубордсы ярыштарҙың бер сезонын үткәреп ебәрергә мәжбүр булды. 2013 йылда ул гигант параллель слаломда Рәсәй чемпионы һәм донъя чемпионатында бронза призеры булды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий