пятница, 21 февраля 2014 г.

Һуғыш айырған Корея ғаиләләре яңынан осрашты.


Улар бер-береһен 60 йыл күрмәгән. Көньяҡ Кореяның йөҙҙән ашыу гражданы, 1950 йылдар башындағы Корея  Корея һуғышынан һуң Төньяҡта ҡалған туғандарын күрер өсөн, КХДР сиген аша сыҡты.
Корея ярымутрауын бүлдергән һуғыш һөҙөмтәһендә, Көньяҡ Корея территорияһында, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ғаиләһенән айырылған 128 мең кеше тороп ҡалған. Бөгөнгө көндә уларҙың 44 проценты мәрхүм булған инде.
Төньяҡ Кореяның Кымгансан курорты ҡунаҡханаһында ике яҡтан оло йәштәге 500 самаһы кеше йыйылды- уларҙың күптәре өсөн туғандары менән һуңғы тапҡыр осрашыу мөмкинлеге был...
Көньяҡ Кореянан 84 йәшлек Ли Чанг-Чжу Төньяҡтағы апаһының улын күрҙе: “Мин был хаҡта хыяллана торғайным...Мин әсәйемде белмәнем, һинең әсәйең- минең өлкән апайым- миңә әсәйемде алмаштырҙы...”
2010 йылдан бирле тәүге осрашыу ул. Һуғыш айырған ғаиләләр беренсе тапҡыр 1985 йылда ғына күреште, аҙаҡ КХДР һәм Корея республикаһы араһындағы мөнәсәбәттәр ҡырҡыулашып китеп, осрашыуҙар 2000 йылдар башына ҡәҙәр өҙөлөп торҙо. 2010 йылда йәнә көрсөк, шул рәүешле осрашыуҙар туҡтатылғайны.


Комментариев нет:

Отправить комментарий