пятница, 21 февраля 2014 г.

БМО Именлек Советы Сүриә буйынса резолюцияның яңы вариантын алды.


Австралия, Люксембург һәм Иордания БМО Именлек Советы өсөн Сүриә буйынса резолюцияның яңы проектын эшләп бөттө. Документ илдең бөтә мөйөштәренә гуманитар ярҙамды тотҡарлыҡһыҙ оҙатыуҙы күҙ уңында тота.
Именлек Советының бөтә ағзаларының да, айырым алғанда Рәсәйҙең һәм Ҡытайҙың, уны яҡлау-яҡламауы билдәһеҙ. Мәскәүҙең вето хоҡуғынан тыш резолюцияның үҙ варианты ла бар. Дипломаттарҙың фекеренсә, тауыш биреү йомала уҡ булыуы ихтимал.
Сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, документтың яңы версияһында гумантиар ярҙам тейешле урындаға барып етә алмаған хәлдә, рәсми Дамаскка ҡарата санкциялар индерелмәйәсәк.
Сүриәлә өс йыл барған граждандар һуғышында, кәм тигәндә, 120 мең кеше һәләк булған, ә 1 миллионы ҡасаҡҡа әйләнгән. Ғинуарҙа БМО әлегә зыян күреүселәр иҫәбен алырға мөмкин булмауы тураһында белдерҙе.



Комментариев нет:

Отправить комментарий