пятница, 21 февраля 2014 г.

Мысыр: “Әл-Джазира” журналистары өҫтөнән суд мартҡа ҡәҙәр кисектерелгән.


Ҡаһирә суды “Әл-Джазира” телеканалы журналистары өҫтөнән судты 5 мартҡа ҡәҙәр кисектерҙе. Кесе йома хөкөм залына өс хәбәрсе килтерелде: Австралия гражданины Питер Грест,  Канада һәм Мысыр гражданины Мөхәммәт Фәхми һәм Бәхер Мөхәммәт.
Репортерҙарҙы Мысырҙа террористик тип табылған “Мосолман туғандар” ойошмаһы менән хеҙмәттәшлектә һәм яңылыҡтарҙы законһын рәүештә трансляциялауҙа ғәйепләйҙәр. Хөкөм алдындағылар үҙҙәрен ғәйепле тип иҫәпләмәй.“Әл-Джазира” телеканалы үҙ хеҙмәткәрҙәренә ҡаршы ғәйепләүҙәрҙе “аҡылға һыймаҫ нәмә”, тип атаны.

Был эш буйынса 20 журналист үтә. Улар барыһы ла уҙған йылдың 29 декабрендә Ҡаһирәлә ҡулға алынған, шуларҙың 8-ҙе әле һаман һаҡ аҫтында, ҡалғандарына ватандарына ҡайтырға рөхсәт иткәндәр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий