пятница, 21 февраля 2014 г.

Венесуэла президенты киң мәғлүмәт сараларын ваҡиғаларҙы боҙоп һүрәтләүҙә ғәйепләй.


Венесулала ҡаршылыҡ акциялары. Хөкүмәткә ҡаршы демонстрацияла ҡатнашыусылар президентты һәм министрҙар кабинетын отставкаға ебәреүҙе талап итә. 6 кеше сыуалыштар ҡорбаны булған да инде. Кесе йома Тачира һәм Мерида штаттарында манифестанттарҙың тәртип һағында тороусылар менән бәрелеше айырыуса ҡаты булды. Идара итеүсе власть яҡлылар ҙа демонстрацияға сыҡты.
Венесуэла президенты Николас Мадуро сит илдәрҙең киң мәғлүмәт сараларын ваҡиғаларҙы боҙоп һүрәтләүҙә ғәйепләне: 
“Мин бәйләнеш һәм коммуникациялар министрына CNN телеканалына, әгәр ул мәғлүмәт сәйәсәтен үҙгәртмәһә, уға ҡаршы адмистратив процесс башланыуы хаҡында хәбәр итергә ҡуштым. CNN, һуғышты пропагандалауҙы туҡтат.”
Үҙ сиратында Венесуэла оппозицияһы лидеры Энрике Каприлес былай тип белдерҙе:  “Мин президентты законһыҙ формированиеларҙы ҡоралһыҙландырырға саҡырам, сөнки бөгөн ҡорал хәрбиҙәр ҡулында ғына түгел.”

Мадура оппозицияны, законлы рәүештә икенсе дәүләт башлығы һайлау хаҡында референдум үткәреү өсөн, 2016 йылды көтөргә саҡыра. Венесуэлала ҡаршылыҡ акциялары бер аҙна элек ҡабынып китте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий