“Украина сәйәсмәндәре коалиция һәм
премьер-министр кандидатураһы хаҡында һөйләшеүҙәр алып барғанда, Киев
майҙанынан ситкә сыҡҡан Майҙан сәйәси системаны тулыһынса үҙгәртеүҙе һәм дәүләт
постарын яңы кешеләр биләүен талап итә,”- тине “Евроньюс”тың Киевтағы
хәбәрсеһе.
Украина парламенты спикер Турчиновҡа
ваҡытлыса президент вазифаһын үтәүҙе йөкмәтте, Януковичтың Межигорьелағы
резиденцияһын дәүләт милкенә әйләндерҙе һәм телдәрҙең региональ статусы
хаҡындағы законды ғәмәлдән сығарҙы.
Әммә яңы коалицион хөкүмәт составы
тураһындағы һөйләшеүҙәр башланманы әле. Юғары рада үҙенең эшен дүшәмбе 16
сәғәттә асып ебәрәсәк.
Сәйәси үҙгәртеп ҡороуҙарҙың яй
барыуына ризаһыҙлыҡ белдереп, активистар парламент бинаһы янына йыйылды:
“Украинаға яңы юлбашсы түгел, яңы киләсәк
кәрәк. Бер бандиттар икенселәрен алмаштырыуын беҙ теләмәйбеҙ. Мин үҙем властың
тулы люстрацияһын талап итәм. Оппозиция бөгөндән үк тикшереү үтергә тейеш.
Кешеләр кем өсөн тауыш биреүен, үҙҙәре тауыш биргән кандидаттарҙың биографияһын
яҡшы белергә тейеш. Кемдер үҙ намыҫына тап төшөргән икән, уның власта булырға
хоҡуғы юҡ.”
“Беҙ элеккеләрҙең власта булыуын
теләмәйбеҙ. Улар булды инде. 2004 йыл беҙҙе күп нәмәгә өйрәтте. Етте.”
“Беҙ яңы шәхестәрҙе- революция яһаусыларҙы
күрергә теләйбеҙ. Кешеләр сәйәсмәндәр өсөн түгел, азатлыҡ өсөн һәләк булды. Юля
2004 йылда премьер булды- ул саҡ бер нәмә лә үҙгәрмәне.”
Украинаның башҡа приоритеттары менән
бергә Турчинов евроинтеграцияға йөҙ тотоуҙы ла атаны. Бынан тыш Юғары рада
рәйесе Рәсәй менән бәйләнештәрҙең үтә лә мөһимлеген билдәләп үтте.
Комментариев нет:
Отправить комментарий