Йәкшәмбе көн Донецк ҡалаһының
үҙәк майҙанында манифестацияларҙа һәләк булғандарҙың портреттарын тотоп сыҡҡан
Майҙан яҡлылар һәм булып үткән ваҡиғаларҙы дәүләт түңкәрелеше тип иҫәпләүселәр
араһында полицияға йәнле ҡалҡан булып торорға тура килде.
Ҡала үҙәгендә йыйылған
бер нисә тиҫтә кеше хөкүмәткә ҡаршы сығыштарҙа һәләк булған 82 әҙәмде, “Геройҙар
үлмәй!”-тип һөрәнләп иҫкә алды. Әммә бик тиҙ, “Фашизм барып сыҡмаясаҡ!” тип
ҡысҡыра-ҡысҡыра, Майҙанға ҡаршы булған байтаҡ халыҡ уларға ҡаршы барҙы.
Ҡырымдағы Керчь ҡалаһы
мэрияһы бинаһы алдында митинг үтте, унда ҡатнашыусылар Украинаның
Евроберләшмәгә инеүенә ҡаршы сыҡты, Ҡырымдың бүленеүен талап итте һәм бина
өҫтөнә Ҡырым һәм Рәсәй флагтарын күтәрҙе.
Мэр Олег Осадчий һәм
милицияның ҡаршылығына ҡарамаҫтан, Майҙанға ҡаршы булыусылар күпселекте тәшкил
итте. Меңәрләгән кеше “Рәсәй!”тип һөрәнләне һәм, Ҡырымды һәм Керчь ҡалаһын
яҡлау өсөн, үҙоборона штабын төҙөү хаҡында иғлан итте.
“Фашизмға ҡаршы халыҡ
ихтыяры митингыһы”н йәкшәмбе көн Севастополь ҡалаһы халҡы ла үткәрҙе. Бер нисә
мең кеше үҙәк майҙанға Рәсәй триколорҙары һәм флагтары менән йыйылды һәм Киевҡа
һалым ебәреүҙе туҡтатыу, урындағы милицияны ҡала властарына буйһондороу өсөн тауыш
бирҙе.
Комментариев нет:
Отправить комментарий