“Sea Shepherd” диңгеҙ
фаунаһын яҡлау йәмғиәтенең активистары “Боб Баркер” атамаһы аҫтындағы
судноларының Японияның кит аулау караптары менән бәрелешен һүрәтләгән
видеокадрҙарҙы баҫтырып сығарҙы. Активист-экологтар Көньяҡ Океанда киттарҙы
аулауға ҡамасауларға маташҡан. Япония судноһы аңлы рәүештә улар менән бәрелешергә
уйлаған. “Боб Баркер” экипажы ағзаһы Келли Хиггинс һөйләй:
“Төн уртаһы үткәс,
Япония кит аулау флотының өс судноһы “Боб Баркер” һәм “Стивен Ирвин”тирәһендә
өйрөлә башланы . Улар ҡайһы саҡ беҙҙең караптар тирәһенән 3-5 метр ғына
алыҫлыҡта үтеп китә ине.”
Япония властары иһә Диңгеҙ
фаунаһын яҡлау йәмғиәте активистарының Япония кит аулау судноларына фәнни
маҡсаттарҙа һунар итергә ҡамасаулауы хаҡында белдерҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
1986 йылда коммерция кит аулау промыслаһына халыҡ-ара мораторий үҙ көсөнә ингәйне,
ләкин Япония “фәнни тикшеренеүҙәр” өсөн һаман киттарҙы үлтерә. Киттарҙы һаҡларға тырышҡан экологтар, караптарҙы эҙәрлекләп, химикаттар ташлап, төрлө юлдар менән
диңгеҙ һунарына ҡасауларға маташа.
Комментариев нет:
Отправить комментарий