понедельник, 3 февраля 2014 г.

Индонезиялағы Синабунг янартауы ҡорбандары арта.


Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, 16 кеше һәләк булған, тиҫтәләрсә кеше хәбәрһеҙ юғалған. ИТАР-ТАСС шулай уҡ янартауҙың яңы ҡорбандары хаҡында хәбәр итә: улар- журналист, янартауға уҡытыусыһы менән экскурсияға килгән 4 уҡыусы һәм урындағы халыҡ.

Ҡотҡарыусылар Суматра утрауының һәләкәт урынында  үлеүселәрҙең кәүҙәләрен эҙләй. Янартау йәкшәмбелә лә атылыуын дауам итте. Яҡын-тирә ауылдар көл, ҡыҙған таштар һәм сүп-сар менән ҡапланды.

“Мәйеттәрҙе табыу өсөн, беҙгә тыйылған урындарға инергә кәрәк. Хәлдәр сиктән тыш ҡатмарлы. Уғата эҫе, беҙ кешеләр һанын, уларҙың бында булыу ваҡытын сикләргә тейеш.”

Синабунг бер нисә ай элек уянды. Янартауҙың атылыуы ваҡытында, киң мәғлүмәт саралары билдәләүенсә, тәүге тапҡыр ҡорбандар бар. Ҡорбандарҙың күплеге шуның менән дә аңлатыла: тревога иғлан ителеп, эвакуация үткәрелгәндән һуң, властар яҡын-тирәләге төбәктәрҙә йәшәүселәргә өйҙәренә кире ҡайтырға рөхсәт иткән.

Индонезияла хәрәкәт итеүсе янартауҙар һаны-129.

Комментариев нет:

Отправить комментарий