понедельник, 3 февраля 2014 г.

Грецияның Кефалония утрауы янында йәнә ер тетрәне.


Грецияла йәнә ер тетрәне. 6,1 магнитудалы ер тетрәүҙең үҙәге Кефалония утрауынан төньяҡ-көнбайышта- 12 километр алыҫлыҡта, 14 километр тәрәнлектә булды.
Ҡорбандар һәм емереклектәр хаҡында мәғлүмәт юҡ.
Бер нисә көн элек шул уҡ районда 5,9 магнитудалы ер тетрәгәйне. Ул Кефалония утрауы инфраструктураһына етди зыян килтерҙе: күп кенә биналарҙа ярыҡтар барлыҡҡа килде, ишелмәләр арҡаһында юлдар ябылды, мәктәптәр һәм хәстәханалар эвакуацияланды.


Комментариев нет:

Отправить комментарий