понедельник, 3 февраля 2014 г.

Францияла бер енесле никахтарға йәнә ҡаршы сығалар.


Парижда һәм француздарҙың башҡа ҙур ҡалаларында бер енесле никахтарға ҡаршы акциялар үтте. Урамдарға сыҡҡан тиҫтәләрсә мең манифестант, ил президенты Франсуа Олландтың сәйәсәте традицион ғаиләләрҙең йәшәйешенә зыян килтерә, тип иҫәпләй.
“Олланд әфәнде беҙҙе ишетмәй, беҙҙең менән диалог алып барырға теләмәй. Өҫтәүенә илдең эске эштәр министры Вальс шуны асыҡ аңғартты: беҙҙең ауыҙҙы ябыу өсөн, ул барыһын да эшләйәсәк,-ти манифестацияла ҡатнашыусы ҡатын.-Ләкин үҙ фекеребеҙҙе әйтергә беҙҙең хоҡуғыбыҙ бар, беҙҙең ҡаршы сығырға хоҡуғыбыҙ бар.”
Көн элгәре эске эштәр башлығы Мануэль Вальс полицияның йәмәғәт тәртибен боҙорға манифестанттарға юл ҡуймаясағын белдерҙе.

Уҙған йыл легалләштерелгән бер енесле никахтарҙы юҡҡа сығарыуҙы талап иткән активистарҙы был ҡурҡытманы. Мәктәптәрҙә эксперимент рәүешендә үткәрелгән енси тигеҙлек  дәрестәре манифестацияла ҡатнашыусыларҙың айырыуса асыуын ҡабарта- улар уны “бер енесле никахтарҙы пропагандалау” тип атай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий