вторник, 4 февраля 2014 г.

Еврокомиссия Евроберләшмәләге коррупцияға иҫе киткән.


Коррупция- Евроберләшмәлә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү юлындағы иң ҙур кәртә. Был турала дүшәмбе Еврокомиссия баҫтырып сығарған докладта һүҙ бара.  Документта әйтелеүенсә, Европаны асыҡ һәм теүәл ҡағиҙәләр территорияһы итеп уйлау ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Сәйәси даирәләр менән бәйләнеш булдырмай тороп, уңышлы эш итеү мөмкин түгел тигән фекер эшҡыуарҙар араһында йылдан-йыл нығыраҡ тарала.
Сесилия Малмстрем, эске эштәр Еврокомиссары:
“Европалылыарҙың 76 проценты үҙ илдәрендә коррупцияның сәскә атыуына шикләнмәй. Европалыларҙың яртыһынан күберәге, һуңғы өс йылда коррупция ныҡ үҫте, тип уйлай. 12 Европа кешеһенең береһе һуңғы 12 ай эсендә коррупцияла йә үҙе ҡатнашҡан, йә быға шаһит булған. 10 Европа компанияһының дүртәүһе бизнес үҫешендә коррупцияны тотҡарлыҡ, тип тип иҫәпләй.”

Әйтергә кәрәк, Евроберләшмәләге 28 илдә коррупция кимәле айырыла. Һорашыу үткәрелгән Греция, Италия, Испанияның бөтә бизнесмендары ла тиерлек был күренеште “киң таралған”, тип иҫәпләй, ә Дания, Швеция һәм Финляндияла иһә коррупция һирәк күренеш.

Комментариев нет:

Отправить комментарий