вторник, 4 февраля 2014 г.

Мысыр: “Әл-Джәзира” журналистары ҡулға алынды.


Мысырҙың шәхси “Ат-Тахрир” телеканалы 22 минутлыҡ һәүәҫкәр видеяҙма таратты, унда 29 декабрҙә Ҡаһирә ҡунаҡханалырының береһенең номерында “Әл-Джәзира” телеканалының ике журналисын ҡулға алыуҙары һүрәтләнә.
Драматик музыка менән оҙатылған кадрҙарҙа- “Әл-Джәзира”ның Ҡаһирә бюроһы башлығы, сығышы менән Мысырҙан булған Канадала йәшәүсе Мөхәммәт Фәхми һәм борсоулы йөҙ менән тәржемәсе талап иткән Австралия репортеры Питер Грест.
Журналистарҙан шунда уҡ кадрҙа күренмәгән полиция офицерҙары һорау ала.  Уларҙың һорауҙарына яуап биреп, “Әл-Джәзира” хеҙмәткәрҙәре Мысырҙа эшләү өсөн аккредитациялары юҡлығы, әммә уны алыу өсөн запрос ебәреүҙәре хаҡында һөйләй.
Кадрҙа шулай уҡ, Мөхәммәт Фәхми аңлатыуынса, журналистарҙың бюро өсөн урын тапҡансы тип ҡунаҡхана номерында һаҡлаған, эш барышында ҡулланған телекамераларын, башҡа ҡорамалдарҙы күрәбеҙ. Һуңғы кадрҙарҙа журналистарҙы автомобилгә ултырталар.
Катар телеканалы был видеояҙмаларҙы күрһәтеүҙе ғәйепләп сыҡты һәм хәбәрселәрҙең бер кемдән дә йәшенмәй эшләүе тураһында белдерҙе, ә уларҙың аккредитацияһы булмауы бер нисек тә ҡулға алыуҙы аҡлай алмай. “Әл-Джәзира” үҙенең хеҙмәткәрҙәрен азат итеүҙе талап итте.
Президент Мөрсиҙе бәреп төшөргәс, полиция Ҡаһирәләге “Әл-Джәзира” бүлектәрендә тентеү үткәрҙе һәм уларҙы япты. “Мариотт” ҡунаҡханаһы Катар телеканалы журналистары өсөн ваҡытлыса офисҡа әйләнгәйне, шуға күрә Мысырҙың ҡайһы бер мәғлүмәт саралары уға “Мариотт ячейкаһы” атамаһын беркетеп ҡуйҙы.

Уҙған шаршамбы “Әл-Джәзира”ның 20 журналисы Мысыр суды алдына барып баҫасағы хаҡында иғлан ителде. Уларҙың 16-һын ”террористик ойошмала” ағза булып тороуҙа, 4 сит ил гражданинын “Мысырҙа граждандар һуғышы бара тигән ялған мәғлүмәт таратыуҙа” ғәйепләйҙәр.

Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка журналистарын яҡлау комитеты быны, бығаса күрелмәгән хәл, тип атаны.

“Ошоғаса телевидение каналы хеҙмәткәрҙәрен, 20 урындағы һәм сит ил гражданинын, террористар менән бәйләнеш тотоуҙа ғәйепләгәндәре юҡ ине әле. “Әл-Джәзира”ға эшләүселәрҙең билдәле бер ҡараштары булыуы ихтимал, тик журналист һәр саҡ ниндәйҙер фекергә таянып эш итә, бының өсөн төрмәгә ултыртырға тейеш түгелдәр,”-ти комитет етәкселәренең береһе.


Мысыр“Әл-Джәзира”ны “Мосолман туғандар”ҙы яҡлаған Катарҙың сәйәси күрһәтмәләренә таянып эш итеүҙә ғәйепләй. Һуңғы 7 ай эсендә Мөрси яҡлыларға ҡаршы репрессиялар меңдән ашыу кешенең ғүмерен өҙҙө.

Комментариев нет:

Отправить комментарий