понедельник, 24 февраля 2014 г.

Пакистанда оппозиция талиптар менән һөйләшеүҙәрҙе туҡтатыуҙы талап итә.


Пакистанда оппозиция талиптар менән һөйләшеүҙәрҙе туҡтатыуҙы һәм халыҡты терроризмдан яҡлауҙы талап итә.  Карачиҙа  “Берләшкән милли хәрәкәт”тең йөҙҙәрсә активисы, армияның  талиптар хәрәкәтенә ҡаршы  көрәшен яҡлау өсөн, урамдарға сыҡты. Иллдәге иң ҙур оппозиция фирҡәһе лидерҙары боевиктарҙы тик көс менән генә туҡтата алыуға ышана.
Көн элгәре Пакистандың Хәрби Һауа көстәре Афған сигендәге ”ҡәбиләләр зонаһы” тип аталған урындағы  “исламистар”ҙың лагерҙарына һөжүм яһаны. Хәбәр итеүҙәренсә, уның маҡсаты үлемгә дусар ителгәндәрҙе әҙерләү базаһын юҡ итеү ине. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, рейд барышында, кәм тигәндә, 38 боевик үлгән.
Властар һәм талиптар хәрәкәте вәкилдәренең сираттағы һөйләшеүҙәре үткән аҙнала талиптар сик буйы һаҡсыларын язалағандан һуң өҙөлдө. Хоҡуҡ һаҡлаусылар мәғлүмәттәре буйынса, 2007 йылдан бирле талиптар ҡулынан 40 мең самаһы кеше һәләк булған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий