вторник, 25 февраля 2014 г.

Гей-пропаганда өсөн Угандала ла яза бирәсәктәр.


Уганда президенты Йовери Мусевени гососексуалдарға ҡата яза биреүсе законға ҡул ҡуйҙы һәм “хоҡуҡ һаҡлаусы”ойошмаларҙың,  илдең көнбайыштағы донорҙарының тәнҡитенә дусар булды. Мәҫәлән, президент Барак Обама был законды раҫлау Уганда-АҠШ мөнәсәбәттәренә зыян килтерәсәге хаҡында Мусевениҙы киҫәтеп ҡуйҙы.
Законда беренсе тапҡыр ике ҡатын араһындағы енси мөнәсәбәт енәйәт тип табыла, гомосексуаль мөнәсәбәттәргә булышлыҡ итеүселәргә лә, гей-пропаганда өсөн дә яза ҡаралған.
Әгәр бәлиғ булмағандар менән енси бәйләнеш йәки ВИЧ йоҡтороу кеүек хәлде ҡатмарландырыусы нәмәләр ҙә өҫтәлһә, закон бер енес вәкилдәре араһындағы енси мөнәсәбәттәр өсөн тағы ла ҡатыраҡ яза биреүҙе күҙ уңында тота.


Комментариев нет:

Отправка комментария