вторник, 25 февраля 2014 г.

Сочи Олимпиадаһы: тик ыңғай баһалар.


Андрей Белькевич, “Евроньюс”: Сочиҙан беҙҙең менән “Рәсәй-24” телеканалының алып барыусыһы Дмитрий Щугорев бәйләнешкә инде. Дмитрий, ике аҙнаға һуҙылған уйындар артта ҡалды. Олимпиада алдынан ярыштарҙы үткәреү, уға әҙерлек кимәле буйынса борсолоуҙар, шөбһәләр, тәнҡиттәр күп булды. Был юрауҙар өлөшләтә булһа ла юш килдеме?
Дмитрий ЩугоревРоссия 24”: Шөбһә тип нимәне атайһың бит? Шөбһә һәм фобияға килгәндә, улар араһында айырма ҙур. Олимпия объекттарына, ғөмүмән Олимпиадаға ҡағылышлы шомланыуҙарҙы мин нигеҙһеҙ фобия тип атар инем. Әйтергә кәрәк, Сочиға килгән һәм ярыштарҙа ҡатнашҡан спортсыларҙың фобиялары һәм ҡурҡыуҙары бик тиҙ осоп юҡҡа сыҡты. Бында төҙөлгән спорт объекттары, Олимпиаданың кимәле хаҡында спортсыларҙың, көйәрмәндәрҙең баһаламалары тик ыңғай ғына булды. Әлбиттә, кемдер еңде, кемдер еңелде, әммә был спорт, иң юғары ҡаҙаныштар спорты һәм бында бер ни хәл дә итеп булмай. Ә ойоштороу мәсьәләләренә килгәндә,  журналист булараҡ миңә эш өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа бар ине. Олимпиада ауылында йәшәгән, ярыштарға йөрөгән атлеттар, спорт объекттарына йөрөгән көйәрмәндәр өсөн, минең уйымса, бөтә шарттар ҙа тыуҙырылғайны.
“Евроньюс”: Уйындар алдынан именлек темаһы телдән төшмәне. Айырыуса Волгоградтағы теракттарҙан һуң. Сочиҙа ниндәйҙер хәүеф һиҙелдеме? Ҡала режимлы объектҡа оҡшап ҡалманымы? Шул арҡала спортсыларға, урындағы халыҡҡа, журналистарға ҡыйынлыҡтар тыуманы?
Дмитрий Щугорев: Олимпия уйындары- һәр ваҡыт юғары хәүефһеҙлек саралары, ҡаты пропуск системаһы, әлбиттә, был тормош ритмын, Олимпиада булған ҡаланың бөтә йәшәйешен үҙгәртә. Бында ла һәр кемдең магнит пропускылары, теге йәки был объектҡа барыу контуры бар ине. Был- Олимпиада. Именлеккә килгәндә, спортсылар ҙа, журналистар ҙа үҙҙәрен хәүефһеҙ тойҙо. Хәүеф-хәтәр менән бәйле зарланыуҙарҙы мин бер кемдән дә ишетмәнем. Олимпиада объекттарында, ауылында, волонтерҙар, журналистар йәшәгән урындарҙа Олимпиадаға ҡәҙәр вәғәҙә ителгән бөтә именлек саралары ла күрелгәйне.
“Евроньюс”: Сочиҙа күргәндәрҙе дөйөмләштереп, уның башҡа Олимпиадаларҙан фирма айырмаһы нимәлә?
Дмитрий Щугорев: Фирмалы айырмаға килгәндә, һеҙ теге асылмаған ҡулсаны күҙ уңында тотһағыҙ, минеңсә, был бик яҡшы символ, башҡа уйындарҙан айырылып тороусы трейд-марка тип тә әйтер инем уны. Олимпиаданың йыйнаҡ ҡына бер урында үтеүе лә уны башҡа уйындарҙан айырып тора. Өҫтәүенә, күптәр билдәләп үткәнсә, бында диңгеҙ ҙә, тауҙар ҙа эргәлә. Тиҙ һәм һис бер проблемаһыҙ бараһы ереңә барып етергә мөмкин.


Комментариев нет:

Отправить комментарий