вторник, 25 февраля 2014 г.

Һайлау алды манифесында йәшелдәр ЕС-ты яңыртырға саҡыра.


 Европа йәшелдәре Европарламент һайлауҙарына әҙерлектең хәл иткес стадияһына аяҡ баҫты. Тәбиғәттең бысраныуына ҡаршы көрәшеүселәр хәрәкәтенән үҫеп сыҡҡан был фирҡә Еврокомиссия башлығы итеп үҙенең ике кандидатын тәҡдим итте. Уларҙың береһе француз- Жозе Бове, икенсеһе- Ска Келлер.
“Йәмәғәтселектең ҙур ярҙамы беҙгә, йәшелдәргә, башҡарма власть органдарында юғары постарға дәғүә итергә мөмкинлек биреүе ҡыуаныслы хәл әлбиттә,- тине Келлер .-Шулай ҙа беҙ реаль ҡарайбыҙ донъяға һәм был фунционерҙарҙың урынын беҙгә бирерҙәр тип көтмәйбеҙ”.
Келлерҙың тулы исеме – Франческа Мария.  Евроньюс хәбәрсеһе Рудольф Герберт унан Европа йәшелдәренең башҡаларҙан айырмалы көслө яҡтарын күрһәтеүҙе һораны.
”Уйлауымса, беҙҙең көслө яғыбыҙ шунда: тирә-яҡ мөхитте һәм климатты яҡлауҙың кәрәклеген граждандарҙың аңына башҡа бер фирҡә лә еткерә алмағанса еткерә алабыҙ,- тип дауам итте Келлер.-Тап ошо эшмәкәрлегебеҙ көрсөктән сығырға, эшһеҙлек кимәлен кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Иҡтисадты таҙа технологияларға күсереү яңы эш урындары булдырырға ярҙам итәсәк.”
Йәшелдәрҙең идеологик платформаһы күптән үк экология тематикаһынан ситкә сыҡты. Улар киң мәғәнәлә үҙҙәрен ғәҙеллек, киләһе быуындар өсөн яҡшыраҡ киләсәк өсөн көрәшселәр итеп таныта.
“Йөрәгемә бик яҡын алған нәмә- ҡасаҡтарҙың хоҡуғы,- тип дауам итә йәшелдәр активисы.-Европа бит барған һайын заман ҡәлғәһенә әүерелә бара. Европа, легаль булмаған иммигранттарҙы һауанан күреп табыр өсөн, пилотһыҙ аппараттарға йәки автофургондарҙағы йөрәк тибеше детекторҙарына йөҙҙәрсә миллион сарыф итә.”
Берлин университетында ислам һәм иудаизмды өйрәнгән 32 йәшлек Ска Келлер Европа сәйәсәтендә яңы кеше түгел, ләкин бындай мөһим һайлау алды ярышына тәүләп етәкселек итә.
“Миңә көрәш оҡшай, ти ул.-Һайлау алды кампаниялары- иң яҡшы мәл, та шул саҡта, халыҡ менән аралашып, ысын сәйәсәт барлыҡҡа килә. Идеяларыңдың ни ҡәҙәр емешле булыуы, халыҡты ни ҡәҙәр рухландырыуы күренеп тора.”
Брюсселдәге Йәшелдәрҙең Европа фирҡәһе съезында 25 майҙа тамамланасаҡ тауыш биреү барышында Евроберләшмәнең юғары закон сығарыу органында нисек итеп күберәк урындар яулау мәсьәләләре хәл ителде. Фирҡә үҙенең һайлау алды манифесын баҫтырып сығарҙы.
Йәшелдәр сәйәси спектрҙа ниндәй урын биләй, ни өсөн улар депутат булып һайлана? Европа масштабындағы эшмәкәр Даниэль Кон-Бендитһыҙ ҡалғас, эште улар нисек алып бара? Маттиас Крупа, “Die Zeit” аҙналығының Брюссель хәбәрсеһе Евроньюсҡа был турала үҙ фекерен еткерҙе. Уның менән Рудольф Герберт әңгәмәләште.
Евроньюс: Европа йәшелдәре төп ике кандидатты күрһәтте: Ска Келлер һәм Жозе Бове. Әммә Германия йәшелдәре үҙ кандидаты тип Ребекка Хармсты атаны. Ска Келлер – немец. Һайлаусыларҙың кемгә тауыш бирергә белмәй баштары әйләнер тип уйламанығыҙмы?
Крупа: Әлбиттә, был буталсыҡлыҡ тыуҙырыуы ихтимал. Ска Келлер Европа кимәлендәге кандидат итеп һайланды, ә милли фирҡәлә тауыш биреү барышында, фекер айырымлыҡтары арҡаһында, немецтарҙың исемлегендә өсөнсө позицияла ғына ҡалды. Был кампанияла Йәшелдәр фирҡәһе өсөн яҡшы башланғыс түгел әлбиттә.
Евроньюс: Европа һайлау алды манифесының инеш өлөшөндә былай тиелә: “Европа- беҙҙең киләсәгебеҙ һәм беҙҙең йортобоҙ.”Ысынында Европа йәшелдәре ниндәй кимәлдә Европаныҡы?
Крупа: Европа фирҡәһе, тимәк һин үҙ дәүләтең менән хушлашырға, милли айырмаларға йәбешеп ятмаҫҡа тейешһең, йәшелдәр шулай итә лә. Тап шуның өсөн әлеге хәлдәр күп граждандарға ҡатмарлы күренә. Күп граждандарға үҙ дәүләттәре яҡын һәм ул һайлаусылар үҙ дәүләттәре сигенән сығырға теләмәй, шуға күрә йәшелдәргә үҙ идеяларын һәр ваҡыт яҡларға тура килә. Был йәһәттән улар, бәлки, бик алға ла йүгергәндер, фирҡә заманыбыҙ эсенә генә һыйып бөтмәй.
Евроньюс: Европа парламентында фирҡә ҙурлығы буйынса дүртенсе урында, ул байтаҡ проблемалар менән шөғөлләнә. Мәҫәлән тирә-яҡ мөхит кенә түгел, экологик йәһәттән таҙа ауыл хужалығы. Йәшелдәр төп сәйәси ағым фирҡәһенә әүерелмәйме?
Крупа: Ысынлап та, йәшелдәр үҙҙәренең күнегелгән экология, климат үҙгәреүе өлкәләренән ситкә сыҡты. Европа кимәлендә уларҙы ҡасаҡтар темаһы ҡыҙыҡһындыра, шулай ҙа һуңғы йылдарҙа иҡтисади көрсөк һәм уның эҙемтәләре алғараҡ сыҡты. Иҡтисади мәсьәләләрҙә йәшелдәр ҙур тәжрибә тупланы- парламентта был яҡшы күренә. Ләкин фирҡә депутаттарын иҡтисади программалары өсөн һайламанылар.
Евроньюс: Европа комиссияһы 2030 йылға парник газдарын бүлеп сығарыуҙы 40 процентҡа ҡәҙәр кәметеүҙе күҙ уңында тота. Йәшелдәр 55 % яғында. Был йәшелдәрҙең амбицияһын сағылдырамы әллә бизнесҡа ҡарата насар мөнәсәбәттә булыуын күрһәтәме?
Крупа: Төп сәйәси ағымда йәшелдәрҙең талаптары, аргументтары сағылыш тапты. Төп сәйәси ағым йәшелдәрҙе үҙ эсенә алды тиһәк тә була, хәҙер улар үҙҙәренә иғтибарҙы талаптарҙы көсәйтеп кенә йәлеп итә аласаҡ.
Евроньюс: йәшелдәрҙең символы, Даниэль Кон-Бендит, сәйәси аренанан китә. Йәшелдәр өсөн был ҙур юғалтыумы?

Крупа: Әлбиттә. Кон-Бендит Европа парламентында ултырған 20 йыл эсендә ирония менән булһа ла үҙе тураһында күп һөйләргә мәжбүр итте. Ул Францияла ла, Германияла ла, башҡа илдәрҙә лә хөрмәт ҡаҙанған халыҡ-ара масштабтағы фигура. Ул ысын мәғәнәһендә Европа сәйәсмәненә әүерелде. Европаға сағыу шәхестәр, көслө кандидаттар бик тә кәрәк саҡта ул, йәшелдәргә ҙур проблемалар тыуҙырып, йәше буйынса ла, һаулығы буйынса ла отставкаға китте.


Комментариев нет:

Отправить комментарий