БМО эгидаһы аҫтындағы
Бөтә донъя Аҙыҡ-түлек Программаһы Алеппо һәм Ҡамышлы ҡалаларындағы Сүриә
ҡасаҡтарына гуманитар ярҙам ташыу эшенә тотондо. Бәшәр Асад хөкүмәте һәм баш
күтәреүселәрҙең Сүриәнең Хомс ҡалаһында гуманитар коридор асырға килешеүе
хаҡында Рәсәй сит ил эштәре министрлығы хәбәр итте. Әлеге мәлдә терминалдарға
йөктәр килтерелде, ундағы аҙыҡ-түлек ай
буйына 30 мең кешене тәьмин итергә етерлек.
“Ирактан оҙатылған
беҙҙең йөк самолетыбыҙ, Ҡамышлыға 380 тонна аҙыҡ-түлек алып барасаҡ. Был он,
дөгө, тоҙ, томат пастаһы, яҫы борсаҡ, үҫемлек майы һәм шәкәр кеүек иң кәрәкле
продукттар,”-ти БМО вәкиле Айяд Наман.
Проблема шунда: был
гуманитар ярҙам хәрби хәрәкәттәр туҡталмаған ҡалаларҙың ҡасаҡтарына нисек тә барып
етергә тейеш. Женевала ҡатын-ҡыҙҙарға, балаларға тотҡарлыҡһыҙ Хомс ҡалаһын
ҡалдырып китергә мөмкинлек биреү хаҡында килешелһә лә, күптәр әле булһа
ҡамалған райондарҙа ҡала. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, урындағы властар һәм БМО
тыныс халыҡты эвакуациялау тураһында килешеүгә ирешкән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий