пятница, 7 февраля 2014 г.

Израиль. Дингә ныҡ бирелгән йәштәр армияла хеҙмәт итергә теләмәй.


Дини уҡыу йорттары- йешива студенттары һәм улар яҡлыларҙың һалҡын һыу аҫтында бейеү ҡайғыһы китте- Израилдең Ашдод ҡалаһында полиция, демонстрацияла ҡатнашыусыларҙы ҡыуып таратыу өсөн, һыуатҡыстар ҡулланды. Ашдод, Бней-Брак, Иерусалимда үтә ортодоксаль йәһүдтәр, хәрби хеҙмәткә саҡырыуға, йешиваларҙы дәүләт финанслауынан мәхрүм итеүгә ҡаршылыҡ белдереп, урамдарға сыҡты. Бынан алда дини уҡыу йорттары студенттарының хәрби хеҙмәткә саҡырылыуы кисектерелә ине.
Осраҡлы рәүештә демонстрацияла ҡатнашыусылар эргәһенә барып эләккән хәрби хеҙмәткәр уларҙы ҡаршылыҡ акцияһында түгел, ”армияла ысын ир”  булырға саҡырҙы. Был акция Израиль йәмәғәтселегендәге ҡаршылыҡты сағылдыра- “харедим”, үтә ортодоксаль йәһүдтәр “һәләк итеүсе” тип, армияла хеҙмәт итмәй, уҡыуға, община ихтыяждарына финанс дотациялары ала.
Яңы ҡануниәт буйынса, быйылғы йылда уҡ хәрби хеҙмәткә 3 800 “харедим”саҡырыласаҡ, киләһе йыл уларҙың иҫәбе ике тапҡыр күберәк буласаҡ. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Иерусалимда хеҙмәттән баш тартҡан бер нисә кеше ҡулға алынған.

“Харедим”дарҙың күптәренә альтернатив хәрби хеҙмәт тәҡдим ителә.
Бөтә ил буйынса полиция менән бәрелештә ҡатнашҡан 30 кеше ҡулға алынған. Тәртип һағында тороусы ике хеҙмәткәр тән йәрәхәттәре алған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий