пятница, 7 февраля 2014 г.

Европала йонсоу көндәр: караптар һәләкәткә осрай, ҡар күп яуа.


Францияның көньяҡ-көнбайыш яр буйҙарындағы диңгеҙгә 20 тонна яғыулыҡ таралыуы ихтимал- көслө шторм ваҡытында унда француздарҙың Биаритцы артынан килгән испандарҙың ҡоро йөк ташый торған Lunoһы уртаға ярылған. Урындағы властарҙың әйтеүенсә, яр буйҙарына бер нәмә лә хәүеф тыуҙырмай. Караптағы яғыулыҡ һыуҙан еңел. Тәүҙә ул һыу өҫтөндә меңдәрсә микротамсы булып тарала, аҙаҡ һыуҙа ирей.
Атлантикалағы ҡеүәтле шторм байтаҡ нәмәне емергән. 25 мең самаһы йорт электрһыҙ ҡалған. Өҫтәүенә властар яңы шторм хаҡында иҫкәртә, Францияның көнбайышындағы 36 департаментты стихия һөжүменә әҙер булырға саҡыра.
Словенияның меңдәрсә кешеһе лә боҙло ямғыр арҡаһында утһыҙ ҡалған. Илдең баш ҡалаһы Люблянаны Адриатика буйҙары менән бәйләүсе тимер юл эшләмәй. Электр селтәре тармағын бағана һәм сымдарға ҡатҡан боҙ эшлектән сығарған, уны аяҡҡа баҫтырыу өсөн бер нисә ай кәрәк буласаҡ. Емереклектәр булған урынға килгән премьер-министр Аленка Братушек был хәлдә властарҙың мөмкинлектәре самалы булыуын таныны.


Комментариев нет:

Отправить комментарий