пятница, 7 февраля 2014 г.

Бөгөн Сочиҙа XXII ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.


Бөгөн Сочиҙа “Фишт” стадионында символик 20 сәғәт 14 минутта XXII ҡышҡы Олимпия уйындарын рәсми асыу тантанаһы башланасаҡ.

Көн элгәре Олимпиада-2014 уйындарында ҡатнашыусы илдәрҙең юғары етәкселәре өсөн Халыҡ-ара Олимпия комитеты башлығы Томас Бах рәсми мәжлес ойошторҙо. Ҡунаҡтар алдында Рәсәй президенты Владимир Путин сығыш яһаны. Ул былай тип белдерҙе:


“Бөтә донъя ғәйәт ҙур спорт ваҡиғаһын көтә һәм уның үҙенә хас атмосфераһын, ыңғай энергияһын тоя. Рәсәй Олимпия проектын тормошҡа ашырыуға бөтә көсөн һалды, Сочиҙағы ваҡиға онотолмаҫлыҡ, яҡты ваҡиға булһын өсөн, барыһын да эшләне. Бының тап шулай булырына беҙ ышанабыҙ.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий