вторник, 11 марта 2014 г.

Джон Керри һәм Сергей Лавров ошо аҙнала осрашыуы ихтимал.


Рәсәй һәм АҠШ-тың сит ил эштәре министрлыҡтары башлыҡтары ошо аҙнала осрашыуҙары ихтимал- был турала Вашингтонда белдерҙеләр. Бынан алда дәүләт сәркәтибе Джон Керриҙың дүшәмбегә тәғәйенләнгән Мәскәүгә визиты күсерелде.
Керри Рәсәй баш ҡалаһында Украиналағы хәлдәрҙе яйға һалыу буйынса Америка тәҡдимдәре менән таныштырмаҡсы ине.
Хәҙер, Вашингтонда белдереүҙәренсә, тәүҙә улар был тәҡдимдәрҙе Кремлдә етди ҡабул итеүҙәренә ышанырға теләй.
Рәсәй сит ил эштәре министрлығы башлығы Сергей Лавровтың һүҙҙәре буйынса, Америка вариантының төп тезистары Мәскәү өсөн ҡулай түгел- документ Рәсәй-Украина конфликты хаҡында һүҙ барған һымаҡ төҙөлгән; Рәсәй министрының фекеренсә, дөрөҫлөк тәрәндәрәк ята.

Лавров Рәсәйҙең дә тәҡдиме булыуын хәбәр итте, был тәҡдим, “бөтә украиналыларҙың да мәғфәғәттәрен күҙ уңында тотоп, ваҡиғаларҙы халыҡ-ара хоҡуҡтар сиктәрендә” хәл итергә мөмкинлек бирәсәк.
Рәсәй инициативаһы хаҡында әлегә ентекле хәбәрҙәр юҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий