вторник, 11 марта 2014 г.

Сүриәлә полиомиелиттан вакцинация башланды.


Сүриәлә, хәрби конфликт башланғаны бирле, хәстәханаларҙың 60 проценты емерелде, врачтарҙың яртыһы илдән китте- Save The Children хәйриә йәмғиәте үҙенең һуңғы докладында шундай мәғлүмәттәр килтерә. Унда һыҙыҡ өҫтөнә алыныуынса, медицина ярҙамы етмәүҙән тәү сиратта балалар ыҙа сигә.  Уларҙың йәшәү шарттары Сүриәлә лә, күрше дәүләттәрҙәге ҡасаҡтарҙың лагерҙарында ла, белгестәрҙең әйтеүенсә, ҡот осҡос. Таҙа һыу, медицина ҡорамалдарын стерилизациялау өсөн махсус  саралар юҡ. Былар барыһы ла йоғошло ауырыуҙар таралыу ҡурҡынысын арттыра.
Ливандың ҡасаҡтар лагеры врачы һөйләй: “Cүриәлә полиомиелит менән ауырыу осраҡтары асыҡланған.  Дейр-әз-Зорҙа ғына ла 20 осраҡ теркәлгән. Бомбаға тотоуҙар һәм иҡтисади хәлдең ауыр булыуы арҡаһында, күп сүриәлеләр Ливандағы ҡасаҡтар лагерҙарында, шуға күрә Урта диңгеҙ буйы илдәре, ауырыу таралып китмәһен өсөн, вакцинация кампанияһын үткәрә.”
Мартта ғына ла медиктар 10 миллион самаһы балаға полиомиелиттан прививка яһауҙы планлаштыра. Медицина ярҙамы етерлек булмағанлыҡтан,  Сүриәләге өс йыл барған конфликт эсендә хроник ауырыуҙарҙан 200 мең кеше вафат булған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий