пятница, 14 марта 2014 г.

Иҡтисади санкциялар Ҡырымды борсомай.


Шаршамбы көн Ҡырым властары ярымутрауҙың киләсәген хәл итеүсе референдум барышын 21 илдең вәкиле күҙәтәсәген иғлан итте, улар араһында Израиль, АҠШ, Франция, Италия күҙәтселәре һәм Европарламент депутаттары бар.
Тауыш биреү барышын гел күҙәтеп килгән ОБСЕ үҙ вәкилдәрен ебәрмәйәсәк. Ойошма рәйесе, Швейцарияның сит ил эштәр министрлығы башлығы Дидье Буркхальтер, референдумды законһыҙ, тип атаны.
Симона Вольта, “Евроньюс”:
-Симферополдән беҙҙең хәбәрсебеҙ Серджио Кантоне ҡушылды. Референдум яҡынлаша, ҡалала атмосфера үҙгәрәме?
Серджио Кантоне, “Евроньюс”:
-Бында элеккесә тыныс. Барыһы ла референдумдың нисек булырына ышана. Бер ниндәй ҙә көсөргәнешлелек тойолмай. Ҡырымдың Украинанан айырылыуын теләмәгәндәр тауыш бирергә килмәйәсәк, шуға күрә барыһы ла ышаныс менән Ҡырымдың Украинанан бүленеп сығыуын көтә.
Симона Вольта, “Евроньюс”:
-Ҡырымда Майҙан лидерҙарын фашистар, тип иҫәпләйҙәр. Ә Рәсәй властарына уларҙың мөнәсәбәте нисек?
Серджио Кантоне, “Евроньюс”:
-Рәсәйҙең сәйәси режимын бөтәһе лә тәртип алып килеүсе элемент булараҡ ҡабул итә. Ул Советтар Союзы стилендәге тотороҡлолоҡ алып килер, тип көтәләр. Ә Рәсәй хөкүмәтенә СССР-ҙың легитим вариҫы, тип ҡарайҙар.
Симона Вольта, “Евроньюс”:
-Халыҡ-ара йәмәғәтселектең санкция һалыу ихтималлығы, Ҡырым иҡтисадына уның насар йоғонтоһо кешеләрҙе борсомаймы?
Серджио Кантоне, “Евроньюс”:
-Халыҡ был турала борсолмай. Улар Ҡырым иҡтисадының төп өлкәһе- туризм, тип иҫәпләй. Ә туристар күбеһенсә Рәсәй, Белоруссия, Украинанан һәм бик әҙ генә Европа һәм АҠШ-тан килә.








Комментариев нет:

Отправить комментарий